Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Май 2019, 16:03

Фестивалгә йомғаҡтар яһалды

Ошо көндәрҙә район Мәҙәниәт һарайында Театр йылына һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Мәсетле хазиналары-2019” район театр коллективтары фестиваленең ябылыу тантанаһы булды.

Һөҙөмтәләр иғлан ителде, бүләктәр һәм лауреат дипломдары тапшырылды. Фестивалдең еңеүселәре: Гөлшат Зәйнәшеваның “Ғәйфи бабай, өйлән давай!” постановкаһы менән Оло Аҡа ауылы “Сулпан” халыҡ драма коллективы (етәксеһе – Фәрит Ғибәҙуллин); Туфан Миңнуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” постановкаһы менән Абдулла ауылы театр коллективы (Мөхәмәтнур Харрасов); Флорид Бүләковтың “Эх, күгәрсенкәйҙәрем!” спектакле менән Яңы Мишәр ауыл биләмәһенең “Йәйғор” драма коллективы (Эльвира Латипова).

“Театр сәнғәтен үҫтергән өсөн” номинацияһында Теләш ауыл клубының “Рәйхан” (етәксеһе – Ринат Тәҡиуллин) һәм Ҡорғат ауыл клубының “Йәшлек” (Илфат Мәүликаев) коллективтары махсус дипломдар менән билдәләнде.

Шулай уҡ ролдәрҙе иң яҡшы башҡарыусылар бүләкләнде: “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында – Альмира Тәҡиуллина (Теләш ауылы), Гөлзинә Шакирйәнова (Ҡорғат), Лилиә Шаһиева (Яңы Мишәр); “Иң яҡшы ирҙәр роле” номинацияһында – Ришат Дигашев (Оло Аҡа), Илдар Рамазанов (Оло Аҡа), Фиҙаил Филатов (Теләш).

“Иң яҡшы спектакль режиссураһы” номинацияһы дипломы менән Эльвира Латипова (Яңы Мишәр ауылы) билдәләнде.

Район мәҙәниәт һарайының “Илһам” халыҡ театр коллективы башҡарыуындағы сағыу “Һыу ҡойоһо” комедияһы (етәксеһе Эльвира Рамазанова) фес-тивалде йомғаҡлап ҡуйҙы.

Фестиваль тамамланды, әммә ул үҙ-ара ижади тәжрибә уртаҡлашыуҙан барыһында ла онотолмаҫ тәьҫораттар тыу- ҙырҙы һәм районыбыҙҙа театр сәнғәтенә ғашиҡ талантлы кешеләрҙең күп булыуына ғорурлыҡ тойғоһо ҡалдырҙы.

Мәҙәниәт бүлеге.