Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Май 2019, 14:03

Ҡумыҙсылар конкурсы – беҙҙең бренд

Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы 2007 йылдан уҙғарыла.

Уға нигеҙ һалыусы – бөтөн донъяға билдәле виртуоз ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов. Йыл һайын уның инициаторҙары һәм ойоштороусылары булып Мәсетле районы хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы сығыш яһай.

Конкурс башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында башҡарыу традицияларын һаҡлап ҡалыу, тергеҙеү һәм артабан үҫтереү, талантлы башҡарыу-сыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе баш-ҡорт инструменталь фольклорына ылыҡтырыу, ҡумыҙҙа уйнау һәм өзләү сәнғәтен пропагандалау маҡсатында уҙғарыла.

Был күркәм, үҙенә күрә бер уникаль байрамдың тап Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районында үткәрелеүе осраҡлы түгел, сөнки Мәсетле ере һәр ваҡыт фольклорсылар, ҡумыҙсылар, башҡорт инструменталистары менән дан тотҡан, тикшеренеүселәр бөтөнләйгә юғалтылған тип һанаған музыка ҡоралдарын тапҡан, әлегә ҡәҙәр тейелмәгән милли мәҙәниәт мөйөшө булып тора. Скрипканан алдағы ҡыл-ҡумыҙ өлгөһөн тап ошонда таптылар, ошонда уҡ мандолинала, скрипкала, металл һәм ағас ҡумыҙҙа уйнаусыларҙың иң яҡшы яҙмалары яһалған. Был төбәк донъяның атаҡлы виртуоз ҡумыҙсыларын әҙерләүсе булып тора.

Конкурс традиционға әйләнеп бара, мәҙәниәт һәм халыҡ ижады өлкәһендә ул ныҡлы позициялар биләргә өлгөрҙө. Был күләмле сарала Башҡортостан Республикаһынан ғына түгел, ә Япония, Ҡаҙағстан, Алтай, Саха (Якутия), Тыва, Татарстан республикаларынан, Ҡурған, Ульяновск өлкәләренән, Пермь, Мәскәү, Силәбе, Екатеринбург, Түбәнге Тагил, Һамар ҡалаларынан 300-ләгән кеше ҡатнаша. Былтырҙан конкурсҡа Төбәк-ара статусы бирелде. Әйтергә кәрәк, ҡумыҙ конкурсы күп кенә ҡатнашыусылар өсөн ҙур сәхнәгә башланғыс баҫҡыс булды.

Йылдан-йыл ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйә һәм конкурс-тың абруйы арта. Ул башҡорт хал- ҡының ғына түгел, ә дөйөм төрки телле халыҡтар традицияларын артабан үҫтереү һәм һаҡлап ҡалыу өсөн ҡеүәтле импульс бирә. Ул Рәсәйҙә һәм унан ситтә йәшәгән барлыҡ туғандаш халыҡтарҙың йөрәктәрен берләштерә, үҙ халыҡтары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уята һәм тарих төпкөлөн өйрәнергә мөмкинлек бирә.

Мәсетлеләр һәм район ҡунаҡтары йәнә үҙенсәлекле көйҙәр һәм конкурсанттарҙың уникаль музыка ҡоралында уйнау оҫталығы менән ләззәтләнә аласаҡ. Төбәк-ара өзләү конкурсы быйыл “Әй ауазы” тигән үҙ исеменә эйә булды. Ул 19-20 июндә үтәсәк һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланасаҡ.

Фестивалдә 5000-ләгән кеше буласаҡ. Солистар һәм ҡумыҙсылар ансамблдәре, өзләүселәр ике көн дауамында ике турҙа ике йәш категорияһы буйынса көс һынашасаҡ. Фес-тивалгә ярашлы, солистар һәм ансамблдәрҙең ижади сығыштар менән райондағы ауыл биләмәләренә сығыуы ойоштороласаҡ, донъяның виртуоз ҡумыҙсылары ҡатнашлығында семинар-практикумдар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыласаҡ. Сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар ҡумыҙ музейында, әлеге музыка ҡоралын яһаусы оҫталар тарафынан ойошторолған ҡумыҙ йәрминкәләрендә буласаҡ. Конкурс-фестиваль һуңында унда ҡатнашыусыларға һәм еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр һәм дипломдар тапшырыласаҡ.