Рәсәйҙә ҡабул ителгәнсә, был байрамға иң ҡупшы кейемдәрҙе кейеп киләләр, оҫталарҙың ҡул эштәрен тәҡдим итәләр һәм ҡунаҡтарҙы һыйлайҙар. Әлеге сара ла ошо традицияларға тоғро ҡалды. Ауыл биләмәһе ойошмалары биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының күргәҙмәһен тәҡдим итте. Унда сигеп эшләнгән картиналар һәм иконалар бар ине. Сарала ҡатнашыусыларҙың иғтибарын бигерәк тә Әләгәҙ ауылынан Ая Кашина әҙерләгән ҡурсаҡтар коллекцияһы йәлеп итте.
Байрамға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, Оло Ыҡтамаҡ ауылы сиркәүе архимандриты Арсений, “Баш-ҡортостан рустары соборы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының Мәсетле районындағы бүлеге советы рәйесе Лариса Худякова сәләмләне.
Концерт программаһына ярашлы, Марина Худякова үҙенең тәьҫирле шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан Мария Носкова баш-ҡарыуындағы А. Фадеевтың “Йәш гвардия” әҫәренән өҙөктө тамашасылар тын да алмай тыңланы. Был көндө үҙҙәренең ижады менән шулай уҡ район Мәҙәниәт һарайы, Кесе Ыҡтамаҡ, Түбәнге Бобин, Әләгәҙ, Буртаковка ауыл клубтары коллективтары һәм солистары уртаҡлашты. Һәр сығышты тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.
Мәсетлеләр бигерәк тә ҡунаҡтарҙы – Дыуан районы Вознесенск мәҙәниәт йортоноң “Семеновна” халыҡ фольклор ансамбле һәм “Орленок” казактар кадет класы тәрбиәләнеүселәре сығыштарын йылы ҡабул итте.
Был көндө “Башҡортостан рустар соборы” башҡарма комитеты почет грамоталары менән район мәҙәниәт бүлегенең баш белгесе Лариса Худякова һәм Буртаковка ауыл клубының мәҙәни сараларҙы ойоштороусыһы Наталья Меркурьева бүләкләнде. Рәхмәт хаттарына шәхси эшҡыуар Владимир Крючков, “Орленок” казактар кадет класы етәксеһе Владимир Назаренко һәм шағирә Марина Худякова лайыҡ булды.
Байрам тамашасыларҙың күңелендә сағыу тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы. Һис шикһеҙ, был сара, тиҫтәләгән малай һәм ҡыҙҙар өсөн Тыуған илгә ҡарата һөйөү һәм ғорурлыҡ тәрбиәләү, халыҡ йолаларын хөрмәт итеү буйынса тағы бер дәрес булды.
мәҙәниәт бүлегенең баш белгесе.