Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Апрель 2019, 16:05

Театр йәшәһен һәм сәскә атһын!

Үҙәк район китапханаһында “Библиотөн-2019” федераль акцияһына ярашлы Мәжит Ғафури исемендәге Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Баш-ҡорт дәүләт академия драма театрына нигеҙ һалыныуҙың 100 йыллығына һәм Театр йылына арналған “Башҡорт драма театры йәшәһен һәм сәскә атһын!” әҙәби-музыкаль кисә булды.

” әҙәби-музыкаль кисә булды. Кисә ҡунаҡтары Баш-драмтеатр тарихы, күренекле актерҙар, театр режиссерҙары, спектаклдәр менән танышты. Тамашасылар иғтибарына район мәҙәниәт һарайының “Илһам” халыҡ театры артис-тары башҡарыуында Әнғәм Атнабаевтың “Игеҙәктәр”, Кәбир Аҡбашевтың “Һипкелле ҡыҙ” һәм Оло Аҡа ауылының “Сулпан” халыҡ театры артистары башҡарыуында Г. Зәйнәшеваның “Ғәйфи бабай, өйлән давай” спектаклдәренән өҙөктәр тәҡдим ителде. Район мәҙәниәт һарайының артистары башҡарыуында спектаклдәрҙән йырҙар яңғыраны. Шулай уҡ Башдрамтеатрҙың билдәле спектаклдәренән өҙөктәр, видеороликтар, презентациялар күрһәтелде. Сара барышында фотозонала театр маскалары кейеп селфи төшөрөү менән “Театр – тылсымлы донъя” күргәҙмәһе эшләне.

Сара тамамланғас, йыйыл-ғандар сәй янында үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты, үҙҙәренең ниндәй театрҙарҙа булғанлыҡтары тураһында һөйләне, тамашалар жанрҙары хаҡында әңгәмәләштеләр, йыр-ҙар йырланылар.