Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Апрель 2019, 14:07

Бер ил, бер яҙмыш

Оҙаҡ йылдар үҙәк китапхана ҡарамағында башҡорт, рус һәм татар мәҙәниәте клубтары эшләй.


“Зөбәржәт” ансамбле.


Элек һәр клубтың саралары айырым үтә торғайны, был юлы “Бер ил, бер яҙмыш” кисәһе уларҙы берләштерҙе.

Музыкаль ижад – һәр ил, һәр халыҡ мәҙәниәтенең мөһим өлкәләренең береһе. Боронғо замандарҙан кешеләр, үҙҙәренең тирә-яҡ ысынбарлығы тураһындағы уйҙарын, күңел кисерештәрен поэтик һәм музыкаль образдарҙа сағылдырырға ынтылып, йыр-ҙар һәм бәйеттәр сығарған.

Кисәгә бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы, район ғына түгел, ә республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреттары булған “Әй һылыуҙары”, “Рябинушка” һәм “Зөбәржәт” ансамблдәре саҡырылғайны.

“Зөбәржәт” татар вокаль ансамбленең яңы матур кос- тюмдарҙағы сығышы яҙғы кәйеф өҫтәне. 25 йылдан ашыу халыҡ традицияларын, йыр-ҙарын йыйыу һәм һаҡлау, Оло Ыҡтамаҡ ауылының халыҡ ижадын өйрәнеү менән шөғөлләнеүсе “Рябинушка” рус йыры ансамбле “Прощай, жизнь” йырын башҡарҙы. “Әй һылыуҙары” вокаль ансамбленең “Һайра, һандуғасым” йыры бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Был сара бөтә милләт кешеләренең бик күп уртаҡ байлыҡтарға эйә, әммә үҙ үҙенсәлеген һаҡлаусы берҙәм Рәсәй халҡы булыуына сағыу дәлил булды.