Район Мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүҙең 100 йыллығына арналған тантаналы концерт булды.
Концертҡа килгән күп һанлы тамашасы аллы-гөллө байрам атмосфераһына эләкте, фойела райондың бай тарихын сағылдырған махсус күргәҙмә ойошторолғайны.
Ҡотлау һүҙҙәре менән ҡунаҡтарға район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин мөрәжәғәт итте. Ул 100 йыл эсендә республика Рәсәй Федерацияһының иң үҫешкән һәм уңышлы төбәктәренең береһенә әйләнгәнсе ҡатмарлы юл үтте; әлегәсә милли үҙенсәлегебеҙҙе, ватансылыҡты, өлкән быуындарҙың хеҙмәттәренә ихтирам һәм яҡындарға ярҙам итергә ынтылышты һаҡлап ҡала алыуыбыҙ айырыуса ҡиммәтле, тине. Шулай уҡ Әнис Ҡасим улы Мәсетле районы тарихы һәм тыуған районыбыҙ ғына түгел, ә бөтөн республика үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәр хаҡында һөйләне. Сығышы һуңында ул райондың иң күренекле кешеләренә юбилей миҙалдары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр исемлегенә инделәр:
- район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәнифйән Әхмәт- йәнов;
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Ләбип Зарипов;
- Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Таиф Зарипов;
- район Советы депутаты, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Николай Корлыханов;
- ауыл хужалығы хеҙмәте ветераны, оҙаҡ йылдар Ленин исемендәге колхоздың парторгы булып эшләгән, һуңынан Кесе Ыҡтамаҡ ауыл Советын етәкләгән, “Хеҙмәт отличиеһы өсөн” миҙалы менән наград- ланған Виктор Максимов;
- ауыл хужалығы хеҙмәте ветераны, Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, Мәсетле районының почетлы гражданы Зилә Мөхәмәтйәрова;
- ауыл хужалығы хеҙмәте ветераны, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Мәсетле районының почетлы гражданы Алмас Нәжипов;
- педагогик хеҙмәт ветераны, 1-се лицей ветерандары советының алмашсыһыҙ рәйесе Евгения Паначева;
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған социаль тәьминәт хеҙмәткәре, РСФСР-ҙың социаль тәьминәт отличнигы, “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары менән бүләкләнгән Әшрәфйән Хәбибуллин;
- ауыл хужалығы хеҙмәте ветераны, ВЛКСМ Үҙәк Комитетының “Алтын башаҡ” почет билдәһенә эйә Фәһим Шәйхисламов.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменән мәсетлеләргә БР-ҙың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Палтусов та мөрәжәғәт итте. Ул барыһын да шундай ҙур дата менән ҡотланы һәм Башҡортостан Республикаһының ҡаҙаныштары тураһында һөйләне.
Шулай уҡ район халҡын 39-сы һайлау округы буйынса РФ-тың 7-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Фәрит Ғәниев ҡотланы һәм РФ Федераль йыйылышы – Дәүләт Думаһы депутаттары исеменән Фәрит Глүс улы ғүмерен халыҡҡа хеҙмәт итеүгә бағышлағандарҙың барыһына ла күп йыллыҡ хеҙмәттәре һәм юғары профессионаллектәре өсөн Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр исемлегенә инделәр:
- Абдулла ауыл Советы хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Зәлиә Абдулхаликова;
- район Мәҙәниәт һарайының “Ҡабырсаҡ” халыҡ фольклор коллективы етәксеһе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Әхмәтйәнова;
- райондың Халыҡ мәшғүллеге үҙәге директоры, территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Гөлнара Бикташева;
- хеҙмәт ветераны Рәзилә Ғибәҙуллина;
- хеҙмәт ветераны Салауат Сәләхов;
- Мәсетле районының мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Владимир Филимонов;
- хеҙмәт ветераны Римма Ҡадирова.
Сараның тантаналы өлөшө байрам концерты менән дауам итте. Унда райондың иң сағыу коллективтары һәм саҡырыл-ған ҡунаҡтар сығыш яһаны. Моңло ҡурай тауышы, дәртле бейеүҙәр, матур йырҙар һәм йыйылма халыҡ музыка ҡоралдары ансамбленең сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы, зал ихлас алҡышланы. Программаны һайлап алынған ҡыҙыҡлы фотоһүрәттәр, тыу-ған яғыбыҙҙың гүзәл тәбиғәт күренеше биҙәне. Башҡортос-тандың атҡаҙанған артисы Алһыу Бәхтиева, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәүис Заһитов һәм Баш-ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Халыҡ-ара “Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы” конкурсы лауреаты Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтар-ҙың сығыштары барыһы өсөн дә көтөлмәгән шәп бүләк булды. Һәр номер сарала булған һәр кешенең йөрәгенә үтеп инде.