Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Март 2019, 16:07

Таланттар балҡышы

Уҙған йома хеҙмәт коллективтары араһында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Таланттары менән балҡый Мәсетле ере” II үҙешмәкәр сәнғәт район фестиваленең Гала-концерты уҙҙы.

Фестивалдең биш айы дауамында райондың 25 предприятие һәм ойошмаһы коллективтары һәм вәкилдәре үҙешмәкәр сәнғәттең төрлө жанрҙары һәм төр-ҙәре буйынса бай программа һәм сығыштар тәҡдим итте. Жюри алдында ҡатмарлы бурыс торҙо, ә шулай ҙа иң матур сығыштар һайлап алынды.

Тамаша залында – аншлаг. Буш урындар ҡалмау сәбәпле күптәргә баҫып то- рорға тура килде.

Сәхнәлә бейеү коллективтары, ансамблдәр сығыш яһаны. 100 кешенән торған хор барыһын да хайран итте.

Жюри билдәләүенсә, смотр-конкурс бик юғары кимәлдә уҙҙы. Ҡатнашыусы хеҙмәт коллективтары ентекле әҙерләнгән. Фестиваль йомғаҡтары буйынса еңеүселәр билдәләнде.

“Иң яҡшы фольклор коллективы” номинацияһында лауреаттар: “Ромашка” балалар баҡсаһының башҡорт фольклор ансамбле; Оло Ыҡтамаҡ лицейының рус фольклор ансамбле; Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһенең Әжекәй ауылы татар фольклор коллективы.

“Иң яҡшы вокаль коллектив”: Пенсия фондының вокаль ансамбле; “Светлячок” балалар баҡсаһы вокаль ансамбле; ата-әсәләре менән балалар өсөн Мәсетле шифаханаһы вокаль коллективы.

“Иң яҡшы бейеүселәр коллективы” номинацияһында еңеүселәр: Мәсетле районы хакимиәте, мәғариф бүлеге, Пионер-ҙар һәм уҡыусылар йорто, Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте, Башҡорт гимназияһы, Оло Ыҡтамаҡ лицейы бейеү коллективтары.

“Өмөт” номинацияһында махсус приз Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ филиалы бейеү коллективына, Лиана һәм Рузил Ҡотлоәхмәтовтарға тапшырылды.

III дәрәжә лауреат дипломына Оло Ыҡтамаҡ лицейы һәм Башҡорт гимназияһы коллективтары эйә булды.

II – Мәсетле районы хакимиәте коллективы.

I – ата-әсәләре менән балалар өсөн Мәсетле шифаханаһы коллективы.

Гала-концертта еңеүсе дипломдары менән бүләкләнеүселәр хеҙмәт коллективтарының зональ смотр-конкурсында ҡатнашасаҡ.

Фестиваль штандарты киләһе сығыштарға тиклем һаҡлау өсөн Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырылды.