Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Февраль 2019, 16:07

Күршеләр беҙҙең мәҙәниәтте хөрмәт итә

Екатеринбургта төбәк-ара этнография күргәҙмәһе асылды

Урта Урал традицион халыҡ мәҙәниәте үҙәгендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыл-лығына, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуының 100 йыллығына һәм милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуының 265 йыллығына арналған баш-ҡорттарҙың традицион мәҙәниәтенә арналған төбәк-ара этнография күргәҙмәһе асылыу мөһим ваҡиға булды.

Халыҡ иғтибарына 300-ҙән ашыу экспонат тәҡдим ителде. Улар араһында ата-бабаларыбыҙ һәм хәҙерге быуын өсөн ҡиммәтле һәм һирәк осрай тор-ған әйберҙәр: музыка ҡоралдары, көнкүреш әйберҙәре, мил- ли кейемдәр, китаптар, борон- ғо һәм хәҙерге фоторәсемдәр, күсмә халыҡтың торлағы булған тирмәләр тәҡдим ителгәйне.

Тантанала Мәсетле районы вәкилдәре лә ҡатнашты. Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин үҙ сығышында бындай сараларҙың әһәмиәтен билдәләп үтте. Сәғәт дауамында халыҡты Мәсетле районының ижади коллективтары ҡыуандырҙы.Ҡунаҡтар халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралдары – ҡурай менән ҡумыҙҙа төрлө көйҙәр тыңланы, ысын башҡорт балын тәмләп ҡараны һәм сәк-сәктән ауыҙ итте.

Күргәҙмәне әҙерләүгә Свердловск һәм Силәбе өлкәләренең, Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары: Башҡортостандың милли музейы, Мәсетле районының тыуған яҡты өйрәнеү-тарих музейы, Миәс ҡалаһының крайҙы өйрәнеү музейы, Свердловск өлкәһе милли китапханаһы, Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы һәм Свердловск өлкәһенең традицион халыҡ мәҙәниәте үҙәге йәлеп ителгәйне.