Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Ғинуар 2019, 18:46

Таланттары менән балҡый Мәсетле ере!

Хеҙмәт коллективтары фестивале яңы таланттарҙы асты


30 ғинуарҙа хеҙмәт коллективтары араһында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Таланттары менән балҡый Мәсетле ере” художестволы үҙешмәкәрлектең яңы йылда тәүге ижади концерты булды. Был юлы үҙ оҫталыҡтарын үҙәк район дауаханаһы, Пенсия фонды, “Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһы, Халыҡ мәшғүллеге үҙәге, үҙәк китапхана сис-темаһы һәм 86-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часы коллективтары күрһәтте.

Тәҡдим ителгән концерт номерҙарын компетентлы жюри баһаланы. Уның составына район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, район мәҙәниәт һарайы директоры Радик Шәрәфисламов, мәҙәниәт бүлегенең ойоштороу-методика бүлеге мөдире Лариса Худякова, Балалар сән-ғәт мәктәбе директоры Лариса Фәрхетдинова, Балалар сәнғәт мәктәбе завучы Эльвира Ғимранова, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев инде.

Тамашаны үҙәк район дауаханаһы һәм район гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәренең ҡатын-ҡыҙҙар бейеү коллективы асты. Сығыштары менән улар һөйөү һәм үҙ Ватаныбыҙ өсөн ғорурлыҡ атмосфераһы тыуҙырҙы.

Редакция хеҙмәткәре Адель Абдрахманова үҙе ижад иткән шиғырында Тыуған илгә, яҡындарға булған һөйөүҙе тәрән хис менән күрһәтте.

Пенсия фондының бейеү коллективы – татар һәм сыуаш халыҡтары, район дауаханаһы “Биҙәктәр” башҡорт халыҡ нәфис бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы.

86-сы янғын һүндереү-ҡот-ҡарыу часы, редакция, мәш-ғүллек үҙәге һәм китапхана хеҙмәт коллективтарының “Кадриль” һәм “Вальс” рус бейеүҙәрен тамашасылар көслө алҡыштар менән ҡаршы алды һәм оҙатты – ҡатын-ҡыҙҙарҙың һығылмалылығы һәм ир-егеттәрҙең һомғол ыҫпайлығы хайран ҡалдырҙы.

Үҙәк китапхананың ҡумыҙсылар ансамбле, мәшғүллек үҙәге, китапхана һәм редакция ойошмаларының (“Башҡортостан”, “Аҫылйәр” йырҙары), шулай уҡ Пенсия фондының (“Тыу-ған ауылым”) ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамблдәре үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.

Йырсылар Радик Йыһаншин, Динә Фәризова, Гөлфайза Дусмөхәмәтова, Адель Абдрахмановаларҙың да яңғыҙ баш-ҡарыуға ижади ҡарашы иғтибарһыҙ ҡалманы.

Дауахана һәм МЧС хеҙмәткәрҙәре Юрис Сафиуллин, Илнар Исмәғилев һәм Илшат Муллахмәтовтар триоһы башҡарыуындағы дәртле “Люба” йырын тамашасылар һоҡланып тыңланы.

Жюри һәм тамашасы хөкөмөнә “Уралым” башҡорт халыҡ һәм “Башкирская земля” йыр-ҙарын тәҡдим итеп, йыйылма хор сағыу сығышы менән таң ҡалдырҙы.

Беҙҙең район медицина хеҙмәткәрҙәре, янғын һүндереүселәр, китапханасылар, хәбәрселәр һәм башҡа бик күп белгестәр йөҙөндә таланттары менән айырылып тора. Концерттың һәр номерында үҙ хеҙмәт коллективын лайыҡлы күрһәтеү ҡайнар теләге һиҙелеп тор-ҙо. Сығыш яһаусы ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең генә түгел, ә уларҙың етәкселәренең дә ижадын күреү күңелле булды.

Фестиваль кисәһенә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова йомғаҡ яһаны. Ул сығыштары менән кинәндергән артистарға рәхмәт белдерҙе. Уның теләктәренә мәҙәниәт һарайы директоры Радик Шәрәфисламов менән учреждениеның ойоштороу бүлеге мөдире Лариса Худякова ла ҡушылды.

Фестиваль бының менән генә тамамланмай әле. Инде 8 февралдә үк сәхнәлә Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы, мәғариф бүлеге һәм Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто коллективтары сығыш яһаясаҡ. Фестиваль штандарты әлеге ойошмаларҙың етәкселәренә тапшырылды.

Был ижади кисә бер тында үтте. Унда ҡатнашыусыларҙың сығыштары тамашасыларҙа сағыу хис-тойғолар ҡалдырҙы. Рухи аҙыҡ менән туйынып, барыһы ла күңелдәрен байытты.