Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Декабрь 2018, 17:20

ЯҢЫ ЙЫЛҒА КЕСКӘЙҘӘР ӨСӨН ШИҒЫРҘАР

ШЫРШЫ

Беҙҙең шыршы балҡып тора,

Ай-һай матур биҙәнгән.

Йәйғор кеүек сулпылары

Төшөп тора иҙәнгә.

Бөгөн шыршы балҡып тора

Бүлмәләрҙә, өйҙәрҙә.

Ул бейеп китер һымаҡ

Беҙ уйнаған көйҙәргә.

(С.Әлибаев)


ҠЫУАНЫС

Өйөбөҙҙөң иң түрендә

Балҡый йәшел шыршыбыҙ.

Күлдәгендә тәтәй шарҙар,

Энәлекәй ҡупшыбыҙ.

Төрлө төҫтә баҙлауыҡтар

Йылпылдап янып китһә,

Күҙҙәренән нур бөркөлөп,

Ҡустым сәпәкәй итә.

Ул бит быйыл беренсегә

Күрә шыршы уттарын.

Ҡупшыҡай янына теҙә

Машинаһын, аттарын.

Кескәй ҡулдарын күтәрһә,

Тәтәйҙәр китә сыңлап.

Ҡустымдың ҡыуанысынан

Шыршыбыҙ тора йырлап.

(М.Тайсина)


ШЫРШЫ

Шыршы матур, шыршы матур,

Шыршы һәр саҡ йәм-йәшел.

Энәләрен ҡоймай бер ҙә,

Һәр ваҡытта йәп-йәш ул.

Шыршы тағы матурлана,

Уйынсыҡтар тағылһа.

Аллы-гөллө нурға сума,

Киске уттар ҡабынһа.

Шыршы матур биҙәкләнһә,

Ҡыш бабай ҙа ярата.

«Ҡотло булһын Яңы йыл!» – тип

Беҙгә бүләк тарата.

(Ҡ.Даян)


ҠУПШЫҠАЙ

Уның урыны –

Байрам түрендә.

Ул бөгөн, ай-һай,

Матур күренә.

Толобо йәшел,

Сыбар нағышлы.

Ялтыр сылбырҙар –

Уның ҡайышы.

Башына кейгән

Йондоҙ түбәтәй.

Был ҡупшыҡайҙы,

Йәгеҙ, кем әйтә?

(Л.Абдуллина)


ШЫРШЫ

Беренсе булып урмандан

Килде байрамға шыршы.

Уйынсыҡтар ҙа эленгәс,

Бөгөн ул ниндәй ҡупшы.

Иң бейектә йондоҙ яна,

Шыршыбыҙға йәм биреп.

Ҡыш бабай аҙашмай килер

Яҡты йондоҙҙо күреп.


ИҪӘНМЕ, ШЫРШЫ!

Иҫәнме, шыршы, һаумы -

Яңы йыл килеп етте.

Күңелле шыршы байрамын

Балалар күптән көттө.

Һағынып бөттөк беҙ һине,

Көндәрҙе һанап көттөк.

Календарь биттәренә һәм

Сәғәткә ҡарап көттөк.

Һин килдең бөгөн кейенеп,

Биҙәнеп, матурланып.

Беҙгә, кескәй дуҫтарыңа,

Күңелле йырҙар алып.


ШЫРШЫ БАЙРАМЫ

Ҡыш бабай килә,

Ҡыш бабай көлә,

Матур шыршыға

Бүләктәр элә.

Бына бер айыу,

Бына бер ҡуян,

Әсәйем бирә,

Мин элеп ҡуям.

(Гүзәл Ситдиҡова)


ҠАР БӨРТӨКТӘРЕ

Талғын ғына өйөрөлөп

Яуа көмөш нөктәләр.

Әллә инде йондоҙҙар

Күктән ергә төшәләр.

Ҡуналар танауыма,

Керпегемә, ҡашыма.

Әллә нисәүһе бергә

Ҡунды хатта башыма.

Усыма йомған инем,

Ирене лә юҡ булды.

Ҡар бөртөгө тигәнем,

Тамсы-тамсы һыу булды.

(Линиза Шакирова )
ҠАР БАБАЙ

Ҡар бабай килде беҙгә,

Саналарын һөйрәп.

Бурандарын һыҙғыртып,

Йырын йөрөй көйләп.

Ап-аҡ тундарын елпеп,

Тауҙар ҡуйҙы өйөп.

Ҡайһылай шаян үҙе,

Алдан бара бейеп.

Ҡурҡмайбыҙ, буранының

Һаҡалын тартабыҙ.

Тауынан сана шыуып,

Ял итеп ҡайтабыҙ.

(Линиза Шакирова )


ҠЫШ БАБАЙ

Әй, Ҡыш бабай, аҡ бабай,

Үҙе һаҡаллы ҡалай.

Буран уйнатып йөрөй,

Бер ҙә арымай-талмай.

Тәҙрәгә матур һүрәт

Төшөргән, ана, ҡара,

Шығырлатып туңдырып,

Ҡайһылай китеп бара.

Ел-дауылдарын күтәреп,

Ҡарҙарын борхолдата.

Әйҙә, сана шыуайыҡ, тип

Ҡапҡаны туҡылдата.

Ергә һөйрәтеп толобон,

Ҡыш бабай выжлап килгән.

Көмөш нурҙарын уйнатып,

Аҡ ҡарҙан көрттәр өйгән.

Туныбыҙҙы кейәйек тә,

Әйҙә, тышҡа сығайыҡ.

Ҡыш бабай менән шаярып,

Тауҙан сана шыуайыҡ.

Кемуҙарҙан йүгерешеп,

Һалҡын елде ҡыуайыҡ.

Ҡосаҡлашып, аймаҡлашып,

Ҡолап ятып ҡалайыҡ.

(Линиза Шакирова )


БУРАНДА

Ҡыш бабай ҡунаҡҡа килгән,

Көндәр инде һыуынды.

Беҙҙең ата бесәйебеҙ

Аҡ мейескә һыйынды.

Мыр-мыр килеп, күҙен йомған,

Төш күрә ул: урамда

Ҡыш бабай менән көрәшеп,

Йөрөй икән буранда.

(Айһылыу Йәғәфәрова )
АЙ НУРЫ

Шат йондоҙҙар зәңгәр күктә –

Ай нуры тәҙ(е)рәлә.

Әллә инде Яңы йылдың

Беҙгә килгәнен белә.

Күҙен ҡыҫып, ҡапыл ғына,

Шыршыға ҡарап ала,

Алһыу шар битен балҡытып,

Наҙланып үбеп ала.

(Айһылыу Йәғәфәрова )