Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Декабрь 2018, 16:17

АЛТЫНДАРҘАН-АЛТЫН ҺАРЫҠ ЙӨНӨ

Районда ата-бабалар традициялары һаҡлана2020 йылғы Бөтөн донъя фольклориадаһына әҙерләнеү, шулай уҡ ата-бабалар традицияларын һәм йолаларын тергеҙеү, үҫтереү һәм һаҡлап ҡалыу маҡсатындаТеләш ауылында Ростов ауыл биләмәһенең брендлы сараһы – “Алтындарҙан-алтын һарыҡ йөнө” байрамы үтте.

Ауыл клубында райондың иң яҡшы ҡул эше оҫталары тотош цех йәйелдереп ебәрҙе: берәүҙәр кейеҙҙән мәрйендәр яһаны, йөн иләне, икенселәр быйма баҫты, уларға ямау һалды. Шулай уҡ бында кейеҙ һәм йөн изделиеларҙан күргәҙмә ойошторолғайны.

Сараны ҡотлау һүҙҙәре менән Ростов ауыл биләмәһе башлығы Фаил Әхмәтшин асты. Ул сараны әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡандарға рәхмәт белдерҙе. Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Хәниф Әхмәтйәнов клубтың районда тотороҡло эшләүсе иң яҡшыларҙың береһе булыуын билдәләне.

“Мәҙәниәт өлкәһендә мин инде оҙаҡйылдар. Бында мәҙәниәтте үҫтереү өсөн күп эшләгән эшһөйәр һәм битараф булмаған кешеләрйәшәй. Ринат Тәҡиуллиндың командаһына бик ҙур рәхмәт”, – тине ул.

Ауыл клубы артистарының концерт номерҙары фольклор коллективтарының сығыштары менән алмашынды. Улар “Орсоҡ менән иләү”, “кис ултырыу”, “Фронтҡа посылка” кеүек бәләкәй сәхнә әҫәрҙәрен күрһәтте.

Һөйләшеп кәңәшләшкәндән һуң жюри һөҙөмтәләрҙе иғлан итте. “Биҙәкле быймалар” конкурсында Ләмәҙтамаҡ ауылынан Гөлназ һәм Иштуған Ғәүнетдиновтарға тиңләшеүселәр булманы, II урында Яңы Мишәр ауыл клубы (ҡабартмалы сигеү), III – Йонос ауылынан Зифа Сәлмәнова. Быйма ямауҙа Теләш ауылынан Вәрис Мөхәмәтшиниң-иң оҫтаһы булып сыҡты, II урын Оло Аҡа ауылынан Раян Аҡтимеровта, III – Абдулланан Фәррәх Мәғәсүмовта. Йөн иләүселәр конкурсында I урынды Әжекәй ауылынан Альбина Саҙрыева, II – Яңы Мишәрҙән Сажиҙә Ханова, III – Ишәленән Гөлсинә Әсмәндиәрова алды. Райондың иң шәп бәйләм бәйләү оҫтаһы исеменә Тәкә ауылынан Нажия Рәхимова лайыҡбулды, II урында Яңы Мишәрҙән Лена Ғәлимова, III – Ишәленән Тәскирә Ишанова.

Әжекәй ауылынан Ильяда Закирова “Йөн сувенирҙар”, Оло Ыҡтамаҡтан Регина Ғиниәтуллина “Мәсетле районында кейеҙ кәсебен үҫтергәне өсөн”, Айыптан Салауат Хафизов “Үҫеп килеүсе быуынға кейеҙ кәсебен тапшырғаны өсөн”, Дыуан-Мәсетле ауыл клубы “Кейеҙ баҫыуҙы үҫтереүҙәге новаторлыҡ өсөн”, Яуыш ауыл клубы “Кейәү йыйылмаһы” номинацияларында дипломдар менән бүләкләнде.

Айгөл ШАРАПОВА