Мәсетле тормошо
+25 °С
Облачно
Мәҙәниәт
4 Декабря 2018, 10:03

“Дуҫлыҡ гөлләмәһе”

30 ноябрҙә Өфө Конгресс-холында “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” VI Республика халыҡ үҙешмәкәр художестволы ижад коллективтары фестиваленең Гала-концерты үтте.

Быйыл ул 2020 йылғы Бөтөн донъя Фольклориадаһын уҙғарыуға әҙерләнеү маҡсатында уҙғарылды. Фестиваль программаһы Конгресс-холл сәхнәһендә Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары һәм ҡала округтарынан 1600-ҙән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы. Мәсетле районы исеменән Гала-концертта “Рябинушка” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Валентина Сизова) сығыш яһаны.