Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Ноябрь 2018, 12:04

Күңелдәрҙе нурға сорнап

Халыҡтар берҙәмлеге байрамына ҡарата Йонос ауыл биләмәһенең һәүәҫкәр артистары бай йөкмәткеле концерт программаһы әҙерләне һәм уның менән Тайыш, Йонос, Әбдрәхим һәм Айып ауылдарында сығыш яһаны.

Концерт программаһына ауыл халҡы рәхәтләнеп ял итеп ҡайтһын өсөн боронғо һәм заманса йырҙар, дәртле бейеүҙәр индерелде. Һәр сығышты ауыл халҡы йылы ҡаршы алды, оҙаҡ ҡул сабыуҙар менән оҙатты. Тайыш, Йонос, Айып ауылдарының фольклор төркөмдәре, Әбдрәхим һәм Йонос ауылдарының ҡатын-ҡыҙҙар вокалы, Зира Хамматова менән Гөлфайза Дусмөхәмәтованың, Мәрзиә Фазлыйнурова менән Зәлидә Ғәүнетдинованың, Зөлфиә Ғәйфуллина менән Фирүзә Мөхөбуллинаның, Розалия Ғәүнетдинова менән Сөмбөл Ғилметдинованың, Дания менән Альбина Вәлиеваларҙың дуэттары, Ләлә Абдулхаеваның, Дамира Ахунованың һәм Фәниә Закированың йырҙары, Миләүшә Мостафинаның шиғыры тамашасы күңеленә хуш килде.

Сәхнә иҙәндәрен дер һелкетеп, дәртле баҫып бейеүсе егет-ҡыҙҙарыбыҙға “афарин” тип нисек әйтмәйһең! Үҫеп килеүсе быуындың милли кейемдәрҙә бейеп үҫеүе бик ҡыуаныслы хәл. Ралина Нуретдинова, Ралина Мөхәмәтова, Милена Лоҡманова, Айгүзәл Фәттәхова, Эльмира Хужина, Илүзә һәм Нәргизә Кәримова, Албина Вәлиева, Раушания Бәҙретдинова, Ләлә Абдулхакова, Айнур Абдулхаков һәм Азамат Мостафиндарҙың, шулай уҡ Айып ауылының егеттәре һәм ҡыҙҙарының коллектив бейеүҙәре барыһына ла оҡшаны. Баянсыбыҙ Фәрит ағай Нуретдинов концертыбыҙға йәм өҫтәүсе ул. Сөмбөл һәм Руслан Ғилметдиновтар, Айнур Абдулхаков концертты бик күңелле итеп алып барҙы.

Сәриә ТАҺИРОВА,

Әбдрәхим ауылы клубы мөдире.