Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Октябрь 2018, 18:01

Таланттар менән балҡый Мәсетле ере

Район Мәҙәниәт һарайында хеҙмәт коллективтары араһында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына ар-налған “Таланттар менән бал-ҡый Мәсетле ере” II район художестволы үҙешмәкәрлек фестивале башланды.

Тантаналы сараны муниципаль район башлығы Әнис Әсәҙуллин асты. Ул Мәсетле районында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған бай йөкмәткеле саралар үтте, тип ғорурлыҡ менән билдәләне. Ике ай буйына районыбыҙ ауыл биләмәләренең үҙешмәкәр коллективтары һәм солистары “Дан йырлайым һиңә, тыуған яғым” район халыҡ ижады фестивалендә үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте, июндә киң ҡолас менән Һабантуй халыҡ байрамын уҙғарҙылар. Йыл дауамында район предприятиелары һәм ойошмаларының төҙөлөүенә һәм уларҙың эшмәкәрлегенә бағышланған “Был һинең менән минең яҙмыш” саралар циклы үтте. Майҙа “Райпромкомбинат” предприятиеһы хеҙмәт ветерандарының осрашыу кисәһе ойошторолдо. Августа Төҙөүселәр көнө ҙур уңыш менән үтте, унда МПМК, ПМК-243, ПМК-9 ойошмалары хеҙмәт ветерандары осрашты. Яңыраҡ Яңы Яуыш ауыл клубында милли үҙенсәлек, башҡорт ҡу- наҡсыллығы һәм хозур Мәсетле ерендә йәшәүсе барлыҡ милләттәрҙең берләшеү атмосфераһына сумып сығырға мөмкинлек биргән таҫтамал байрамы булды. Бөтә саралар ҙа Башҡортостан Республикаһының тарихи, мәҙәни һәм рухи мираҫын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән. Әнис Ҡасим улы фестивалдә ҡатнашыусыларға әлеге сараны ойоштороп уҙғарыуҙа уңыштар, ижади күтәрелештәр, яңы идеялар, именлек һәм уңыштар теләне.

Беренсе булып район хакимиәте, “Башаҡҡай” һәм “Ҡояш-ҡай” балалар баҡсалары хеҙмәт коллективтары сығыш яһаны.

Залда ултырыусыларҙы муниципаль район хакимиәтенең йыйылма хоры сағыу сығышы менән һөйөндөрҙө. Уның етәксеһе – Эльвира Ғарипова, солистар: Илнур Вәлиев, Шамил Яҡупов, Энгельс Ғәлиәкбәров. Жюри коллективтың “Уралым” башҡорт халыҡ йыры менән сығыш яһауын юғары баһаланы.

“Башаҡҡай” балалар баҡсаһы (“Варенька” рус бейеүе, “Ҡаҙ ҡанаты”), “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы (“Күгәрсен” татар бейеүе), “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының Йонос ауылы филиалынан Айһылыу Лотфуллина (“Һыу буйлап” башҡорт бейеүе) һәм хакимиәттең “Аҡ тирәк” (“Орсоҡ” бейеүе) бейеү коллективтары нәфис бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы.

Муниципаль район хакимиәтенең ҡумыҙсылар ансамбле “Инструменталь жанр” номинацияһында оҫталыҡ күрһәтте.

Тамашасылар Гөлназ Ҡадирова һәм Альберт Сәғҙәтов башҡарыуындағы “Йыр керһен күңелгә” (район хакимиәте), Рита Кучерова – “Нас бьют, мы летаем” (“Башаҡҡай” балалар баҡсаһы), “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының Яңы Мишәр филиалы вокаль ансамбле – “Өфө йүкәләре”, район хакимиәтенең “Ҙурлап йәшәйек”, “Туман яром”, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының “Цвети, наш Устьикинск!” йырҙарын йылы ҡабул итте.

Гөлназ Ҡадирова һәм Альберт Сәғҙәтов башҡарыуында танго бейеүе (муниципаль район хакимиәтенең бейеү коллективы, етәксеһе – Рәсимә Әхмәтйәнова) менән оҙатылған “Яҙғы хистәр” йырына иң күп алҡыштар эләкте. Сағыу но-мерҙан тамашасылар залы таң ҡалды!

Алда – башҡа хеҙмәт коллективтарының сығыштары. Фестиваль штандарты Мәсетле балалар шифаханаһының баш табибы Альберт Әбхәлимовҡа тапшырылды.

Анфиса ИШМӨХӘМӘТОВА.