– Йыйынтыҡҡа миңә һәм уҡыу-сыларыма иң яҡын әҫәрҙәр инде. Мин уға “Йондоҙло хыялдар” тип аталған шиғырымдың исемен бирҙем. Уны ауылдашым, легендар осоусы-штурмлаусы, авиация полковнигы, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Ҡәниф улы Латипов хөрмәтенә яҙғайным, – тип уртаҡлаша шағирә, Рәшит Әхтәри һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премиялар лауреаты Гөлсирә Мазһар ҡыҙы.
Ике мең дана тиражлы төҫлө баҫма мәктәпкәсә һәм кесе мәктәп йәшендәге балаларға тәғәйенләнгән. Унда тыуған яҡ, бала саҡ, сәскәләр, йыл миҙгелдәре тураһындағы шиғырҙар, тиҙәйткестәр, йомаҡтар ингән. Уларҙа автор балаларҙы тыуған яҡтың матурлығын күрергә өйрәтә, райондың ер-һыу атамалары, кәкүк сәйе, Һабантуй һәм ҡарға бутҡаһы кеүек милли байрамдар менән таныштыра.
Яҙыусы, драматург, Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты, Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсының республика этабы еңеүсеһе Тәскирә Байрам ҡыҙының китабы “Ағинәй юлы” тип атала.
Бында урта һәм өлкән йәштәге мәктәп балалары өсөн тәғәйенләнгән легенда, әкиәттәр һәм повестар ингән. Изгелек менән яуызлыҡ, эскерһеҙлек менән мәкер, заман проблемаһы – әхлаҡһыҙлыҡ кеүек мәңгелек темаларҙы әҙибә тормошсан образдар аша бөтә нескәлектәрендә һүрәтләй, уҡыусыны уйланырға, һығымталар яһарға мәжбүр итә.
Яңы китаптар беҙҙең районға ла килгән. Оҙаҡламай улар китапхана кәштәләрендә урын аласаҡ.