Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Октябрь 2018, 19:06

“Ҡабырсаҡ” ансамбле Екатеринбург ҡалаһында

Свердловск өлкә-һенең “Рәсәй мил- ләттәре берҙәмлеген нығытыу һәм Свердловск өлкәһендә йәшәүсе Рәсәй халыҡтары этномәҙәниәтен үҫтереү” комплекслы программаһы сиктәрендәге саралар планына ярашлы, 6 ок-тябрҙә Екатеринбург ҡалаһының “Урта Урал традицион халыҡ мәҙәниәте үҙәге” дәүләт автономиялы учреждениеһында башҡорт милли коллективтары һәм “Уралым”ды башҡарыу-сылар концерты үтте. Концертҡа район Мәҙәниәт һарайының “Ҡабырсаҡ” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе – БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Әхмәтйәнова) саҡырылғайны.

Сара Свердловск өлкәһенең Мәҙәниәт министрлығы һәм Урта Урал традицион мәҙәниәт үҙәге ярҙамында үтте. Концертта бөтә Рәсәйҙән 50-ләп коллектив ҡатнашты.

“Ҡабырсаҡ” ансамбле ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына башҡорт халҡының иң яҡшы мәҙәниәт өлгөләрен һаҡлаусы һәм тапшырыусы “Бал байрамы” уникаль башҡорт йолаһын тәҡдим итте. Мәсетле артистары үҙҙәренең сығыштары менән традицион образдарҙың ихласлығы һәм матурлығына һоҡланырға мәжбүр итеп, һәр тамашасыла хис-тойғолар уята алды.

Сара йомғаҡтары буйынса “Ҡабырсаҡ” ансамбле башҡорт халҡының үҙенсәлекле традицион мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу буйынса күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте өсөн Рәхмәт хаты менән наградланды.

Лариса ХУДЯКОВА,

Мәсетле районы мәҙәниәт бүлегенең баш белгесе.