Фестивалгә республикабыҙ райондарынан, Силәбе, Свердловск, Һамар өлкәләренән, Түбәнге Новгородтан күп һанлы ололар, балалар, ғаилә фольклор ансамблдәре килде. Коллективтар халыҡ календаре – сентябрҙән байрам, ғөрөф-ғәҙәттәр өҙөктәре күрһәтте, шул иҫәптән традицион ерле йырҙар, бейеүҙәр, музыка ҡоралдарында көйҙәр тәҡдим итте. Унда уйынсыҡтар яһау, традицион рус кейемдәрен һәм миҙгелгә бәйле әйберҙәрҙе тегеү һәм дөрөҫ һайлау, вокал, фольклор йыйыу методикаһы, кәбеҫтә тоҙлау буйынса оҫталыҡ дәрестәре булды.
Фестиваль программаһы бик бай ине. Сағыу костюмдар, күңелле йырҙар, ҡыҙыҡлы сценарийҙар, күп һанлы тамашасылар, “Оҫталар ҡалаһы”, биҙәү-ҡулланма изделиелар һәм ауыл хужалығы продукцияһы күргәҙмәһе фольклор байрамына үҙенсәлекле эмоциональ һәм байрам рухы өҫтәне.
Рус халҡы традицияларында төҙөлгән сағыу һәм фәһемле сара Гала-концерт һәм дипломанттарҙы, лауреаттарҙы ҡотлау менән тамамланды.
БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Валентина Сизова етәкселегендәге “Родничок”район Мәҙәниәт һарайы балалар коллективы фестивалдән III дәрәжә лауреаты дипломы менән ҡайтты.
Ансамбль коллективы Оло Ыҡтамаҡ ауылы халҡының “Топтать жобрей” боронғо ғөрөф-ғәҙәте нигеҙендә тергеҙелгән программа менән сығыш яһаны.
район мәҙәниәт бүлегенең баш белгесе.