Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Июнь 2018, 11:48

Ижади мираҫты һаҡлаусылар

Халыҡ ижады төпкөлөнән йырҙар һәм йолаларҙы ҡәҙерләп кенә алып, 2012 йылдан Дыуан-Мәсетле ауылында “Зөбәржәт” фольклор ансамбле эшләп килә. Тамашасылар уны тәүге сығыштарынан уҡ яратып өлгөрә, һәм шул саҡтан алып ул бөтә ауыл, район сараларының даими ҡатнашыусыһына әйләнә.

Сәнғәткә булған һөйөү ансамблгә төрлө йәштәге һәм һөнәр кешеләрен берләштерә. Тәү башлап йөрөүселәр ауыл Советының баш бухгалтеры Роза Миндиәхмәтова, уҡытыусылар Земфира Сафина, Сара Әхмәтшина һәм Таһир Дәүләтбирҙин, Бөрө тимер юл станцияһы хеҙмәткәре Әнисә Саҙиҡова, колхоздың партком секретары Раян Ғәйнетдинов була.

Әле коллектив составында туғыҙ кеше. Улар төрлө өлкәләрҙә хеҙмәт иткән Әлфирә Вәлиева (“Зөбәржәт” фольклор ансамбленең етәксеһе), Мәфрүза Зарипова, Мәүжиҙә Аллаярова, Динә Вәлетдинова, Ғәлимә Әхмәтйәрова, Зилә Рәхимова, Рима Ахунова, Рат-мир Муллабаев, Данис Ғәлимов. Араларында уҡытыусы ла, бухгалтер ҙа, иретеп йәбештереүсе лә, мал табибы ла, төҙөүсе лә, һауынсы ла бар. Хәҙер инде барыһы ла хаҡлы ялдалар.

Халҡыбыҙҙың матур йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, ауыҙ-тел ижадын йәш быуын вәкилдәренә еткереү, онотолоп барғандарын тергеҙеү, мәҙәниәтебеҙгә ихтирам, һөйөү тойғолары тәрбиәләү – ошондай изге маҡсаттар менән янып йәшәй ансамблдә йөрөгән ағай-апайҙар. Йыр-бейеүҙән тыш улар ҡул эштәренә, музыка ҡоралдарында уйнарға, таҡмаҡтар сығарырға маһир.

Ансамблдең репертуары бик бай: “Әй моңдары”, “Ауылыма ҡайтам”, “Йыйҙым еләк”, “Үтмәй торсо, ғүмер” йырҙарын һәм башҡаларҙы халыҡ кинәнеп тыңлай. Шулай уҡ “Йома көн – изге көн”, “Ҡар һыуына барыу”, “Бәпес алып ҡайтыу”, “Килен төшөрөү” кеүек халыҡ йолаларын сәхнәләштерә улар.

Ижади эшмәкәрлеге өсөн ансамбль күп кенә наградалар менән бүләкләнгән. Йыл һайын ул өлкән быуын кешеләренең “Яратам һине, тормош!” республика фестиваленең зональ этабында ҡатнаша һәм призлы урындар ала. Ансамбль мөнәжәттәр әйтеү буйынса район конкурсында еңгән, шулай уҡ Мәсетле районы мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн район хакимиәтенең Рәхмәт хаты, “Башҡорт ере – батырҙар иле” башҡорт мәҙәниәте аҙналығының “Халыҡ музыка ҡоралдары ижады” номинацияһында диплом менән бүләкләнгән.

– Ансамблдә ҡатнашҡан һәр кем бөтә яҡлап та талантлы. Улар ауылыбыҙҙың хөрмәтле кешеләре. Оҙон-оҙон шиғырҙарҙы, текстарҙы “һә” тигәнсе ятлап киләләр, һәр береһе матур итеп сәхнә кос-тюмдары тектерҙе. Уларҙың, тормош мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, репетицияларға ихлас йөрөүҙәренә рәхмәтлемен, – ти Әлфирә Ким ҡыҙы.

Айгөл ӘФРИЗУНОВА.