Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Май 2018, 16:46

Минең шиғырҙар, минең гитара…

Мәсәғүт ауылында “Йәнле ҡылдар” автор йыр-ҙарының асыҡ зональ фестивале үтте.

Был көндө сәхнәлә республиканың бөтә төньяҡ-көнсығышынан үҙ йырҙарының авторҙары һәм баш-ҡарыусылары сығыш яһаны, улар араһында профессионалдар ғына түгел, ә көндәлек эшмәкәрлектәре бер нисек тә музыка менән бәйле булмағандар ҙа бар ине.

Мәсетле районы конкурста бик әүҙем ҡатнашты һәм шәп һөҙөмтәләр күр-һәтте. Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан Юрий Дегтярев бер юлы бер нисә номинацияла һоҡланғыс сығыш яһаны. Жюри уны ике – “Бард йыры” һәм “Халыҡ стилендәге йыр” номинацияларында еңеүсе тип таныны.

“Эстрада стилендәге йыр” номинацияһында беренсе урынды “Һандуғас” йыры өсөн Ғәлиә Сәлимоваға бирҙеләр. Фестивалдең II дәрәжәләге дипломына “Песня о тебе” автор йыры менән Сәғит Яҡупов лайыҡ булды.

Өсөнсө урынға Кесе Ыҡтамаҡтан Сергей Берсенев сыҡты. “Город ищет тебя” автор йырын башҡарғаны өсөн жюри ағзаһы Сәйет Сәйетғәлин уға Өфөләге тауыш яҙҙырыу студияһында яҙылыуға сертификат тапшырҙы.

“Рок-төркөм” номинацияһында Роман Кобяковтың “Моя мелодия” автор йыры менән “Альянс” төркөмө еңеүсе булды.

Лариса ХУДЯКОВА.