Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Апрель 2018, 18:11

Дан йырлайым һиңә, тыуған яғым!

Район Мәҙәниәт һарайында Баш-ҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Дан йырлайым һиңә, тыуған яғым!” район халыҡ ижады фестиваленең Гала-концерты булды.



Ике ай дауамында эстафета бер ауыл биләмәһенән икенсеһенә штандарт тапшырылыусы марафон рәүешендә үтте. Унда ауылдарҙан вокаль, бейеү, фольклор коллективтары һәм үҙешмәкәр артистар үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Комиссия иң яҡшы номерҙарҙы Гала-концертта ҡатнашыу өсөн һайлап алды.

Тамашасылар өс сәғәт самаһы бар-ған тотош концерт программаһын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны һәм артис-тарға дәррәү ус сапты. Йонос ауылынан Илфат Ниғмәтуллин, Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан “Раздолье” ирҙәр ансамбле башҡарыуындағы йырҙарҙы, Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Йосоповтарҙың “Аҡбуҙат” ғаилә ансамбле сығышын, йәш таланттар Илнар Мөхәмәтдинов менән Зарина Зәйнетдинованың татар халыҡ бейеүен бик оҙаҡ алҡышланылар. Ә сәхнәлә төрлө ауыл биләмәләренән бер юлы 17 гармунсының сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Гала-концертта фестивалдең район этабына йомғаҡ яһалды. Еңеүсе һәм лауреат дипломдарын район Хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, район мәҙәниәт йорто учреждениеһы директоры Радик Шәрәфисламов һәм мәҙәниәт бүлегенең баш белгесе Лариса Худякова тапшырҙы.

Һөҙөмтәлә урындар түбәндәгесә бүленде: I урын – Яуыш, II – Әләгәҙ, III – Кесе Ыҡтамаҡ һәм Ҡорғат ауыл биләмәләре.

Шулай уҡ фестиваль барышында халыҡ оҫталарының “Кәсептән – сән- ғәткә” биҙәү-ҡулланма ижад күргәҙмәләре ойошторолғайны. Жюри баһаһы буйынса Оло Аҡа, Ләмәҙ- тамаҡ, Йонос һәм Абдулла ауыл биләмәләре халҡының ҡул эштәренән тор-ған күргәҙмәләр иң байы тип танылды.

Айгөл ШАРАПОВА.