Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Апрель 2018, 17:32

Шәп көйҙәр, дәртле бейеүҙәр

“Дан йырлайым һиңә, тыуған яғым!” район фестивале эстафетаһы тамамланып бара.

Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе


Яуыштар сығышында йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр сағылыш тапты.


Ауыл клубы фойеһында ҡунаҡсыл ләмәҙтамаҡтар Яуыштан килеүсе ҡунаҡтарҙы йыр – һый менән көтә ине инде. Артистар сығышы алдынан ойошторолған биҙәү-ҡулланма сәнғәт оҫталары күргәҙмәһе ҡыҙыҡлы һәм күп төрлө булды. Үҙ изделиеһын тәҡдим иткән һәр оҫта айырым ихтирам һәм рәхмәткә лайыҡ.

Тал сыбығын үреп эшләү кәсебе – беҙҙең көндәрҙә бик һирәк күренеш. Илгизә Лоҡманованың талдан үрелгән иҫ киткес изделиелары – кәрзиндәре Ләмәҙтамаҡта был һөнәрҙең онотолоп бөтмәүен һәм үҫешеүен иҫбат итте. Ә уның эштең рәтен белеп, һөйөү менән яһалған туҙ һауыттары республика күргәҙмәләре байлығына әйләнде.

Нурания Ғилметдинова – районда туҡыусылыҡты һаҡлап ҡалыусы бик аҙ оҫталарҙың береһе. Уның ҡулдан һуғылған таҫтамалдары юғары сифаты һәм матурлығы менән айырылып тора.

Күргәҙмәлә Гөлфирә Мөхәмәтованың йөндән баҫылған, Рәзилә Хафизова һәм Әминә Ашыргелдиеваларҙың бисер, Флүрә Кәлимуллинаның ҡармаҡ энәһе менән бәйләнгән изделиелары, Рида Зәйнетдинованың нәфис шәлдәре, шулай уҡ ағас эше оҫталары Вәрис Вафин, Риат Йәнтүрин, Фидан Хәй-ҙәров, Заһир Фазыловтарҙың ҡул эштәре ҡуйыл-ғайны. Марат Хажиев сәскәләр өсөн сүкеп яһалған аҫлыҡтар тәҡдим итте.

Үҙешмәкәр артистар республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле концерт программаһы күрһәтте.

Тамашасыларға “Байрам”, “Салауат”, “Баш-ҡортостан” дәртле башҡорт бейеүҙәрен бүләк итеүсе “Шоңҡар” бейеү коллективының сығышы программаның ысын биҙәге булды.

“Ауаз” ҡурайсылар ансамбле башҡарыуындағы сихри ҡурай моңо тамашасылар күңелен әсир итте. Иҫке Мишәр ауыл клубының ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле, Рәхимовтарҙың ғаилә ансамбле, “Аҡ йондоҙ” фольклор коллективы сығыштары менән ҡыуандырҙы.

Концерт бер тында үтте һәм тамашасылар күңелендә бихисап сағыу, онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.


Әләгәҙ ауыл биләмәһе


Ләмәҙтамаҡтарҙың программаһында – тыуған ергә һөйөү һәм ғорурлыҡ.


Ләмәҙтамаҡтар фестивалде Әләгәҙ ауылына алып килде. Хужалар уларҙы урындағы халыҡтың ҡул эштәре күргәҙмәһе менән байрамса биҙәлгән фойела ҡаршы алды. Билдәле үләндәр белгесе Ләлә Нафиҡова ҡунаҡтарҙы хуш еҫле үлән сәйе менән һыйланы. Ҡул эше оҫталары Ая Кашина, Рәзилә Ғилметдинова, Венера Яҡупова, Әлфиә Хәйретдинова, Гөлназ Вәкилова һәм башҡалар үҙ ижадтары менән уртаҡлашты.

Сәхнәнән йырҙар, шиғырҙар яңғыраны, ғаилә ҡиммәттәрен, тыуған йорт йылыһын һәм яҡтыһын данлаған хореографик композициялар башҡарылды. Тематик яҡтан эҙмә-эҙлекле программа туғандарға һөйөү, тирә-йүндәгеләргә ихтирам, киң күңеллелекте сағылдырҙы. Быларҙың барыһы ла сағыу, үҙенсәлекле номерҙарҙа кәүҙәләндерелде.

Ирҙәр вокаль ансамблен, В. Әхмәҙуллин исемендәге Ләмәҙтамаҡ мәктәбенең уҡытыусылар ансамблен, Хафизовтарҙың “Батырҙар” ғаилә ансамблен, ҡумыҙсылар ансамблдәрен тамашасылар дәррәү алҡыштар менән ҡаршыланы. Солистар Зөлфирә Зәйнетдинова, Нәркәс Бәҙретдинова, Данир Хафизов, Юлдаш Хафизов үҙҙәренең саф тауыштары менән ҡыуандырҙы. Йәш бейеүселәр Таңһылыу Зәйнетдинова менән Эвелина Лоҡманованың матурлығы һәм һомғоллоғо бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Был байрам тантаналылығы һәм шул уҡ ваҡытта ғаиләләгесә йылы атмосфераһы менән әләгәҙҙәрҙең иҫендә ҡалды. Сөнки шундай саралар арҡаһында күрше ауылдар халҡы менән ижади аралашыу яйға һалына, ауыл мәҙәни учреждениелары араһында мәҙәни бәйләнештәр нығына.


Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе


Әләгәҙҙәрҙең матур хәрәкәтле, дәртле бейеүҙәрен тамашасылар яратып ҡабул итте.


Дуҫлыҡ һәм ижад фестивале Кесе Ыҡтамаҡ клубына күсте, бында традиция буйынса, фойела художестволы халыҡ ижады күргәҙмәһе ойошто-ролғайны. Бында – ысын мәғәнәһендә таланттар сәсмәһе.

Нәзәкәтле, нәфис, ҡабатланмаҫ – тағы ла ниндәй һүҙҙәр әйтергә икән Нина Секеринаның бисерҙан яһалған, Валентина Кетова менән Любовь Кобяковаларҙың сигелгән картиналарына, Мария Кобякованың вазаһына ҡарап?! Оҫта Хәмит Куловтың семәрле тәҙрә йөҙлөктәре ғәжәйеп матурлығы менән арбаны. Сөнки тап тәҙрә йөҙлөктәре семәрләп яһалған бүрәнә өйҙәр беҙҙең өсөн өй йәме, ырыу һәм ғаилә ҡәлғәһен, өйгә тыштан килгән барлыҡ ҡара көстәрҙән һаҡлаусыны кәүҙәләндерә.

Әләгәҙҙәр, үҙ сиратында, фестивалдә күп төрлө концерт номерҙары тәҡдим итте. Тамашасылар “Грация” һәм “Элегия” бейеү коллективтары, “НовоКАиН” агитбригадаһы, ҡумыҙсылар ансамбле сығыштары менән ләззәтләнде. Каролина Камалиева матур хәрәкәттәр менән “Оҙон сәс” баш- ҡорт лирик бейеүен нәзәкәтле һәм еңел генә итеп башҡарҙы. Юля Кузнецова һәм Ксения Самаринаның йыр дуэты, күптән инде тамашасылар һөйөүен яулаған солист Владимир Серебренниковтың, апалы-һеңлеле София һәм Елизавета Кашиналарҙың, Гөлнара Вәкилованың сығыштары ҡыуандырҙы.

“Сударушка” вокаль ансамблен хаҡлы рәүештә Буртаковка ауылының визит карточкаһы тип атарға мөмкин. “Ҡайындар” моңло йырын зал башҡарыусылар менән бергә йырланы. “Өмөт” һәм “Ынйылар” вокаль ансамблдәре һоҡландырғыс йырҙары менән һөйөндөрҙө.

Фестиваль тағы ла бер ҡат еребеҙҙең ни тиклем таланттарға бай булыуын күрһәтте. Ә фестивалдә ҡатнашыусыларҙың бөтәһен дә хаҡлы рәүештә бәхетлеләр тип атарға мөмкин. Сөнки улар үҙҙәрен яратҡан эштәрендә таба, таланттарын аса һәм ижади мөмкинлектәрен бойомға ашыра алған.


Мәсетле районы мәҙәниәт бүлеге.