Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Апрель 2018, 14:12

Яңы Мишәрҙә ысын таланттар йәшәй

Ике ай дауамында иң яҡшы үҙешмәкәр коллективтар Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған “Дан йырлайым һиңә, тыуған яғым” район халыҡ ижады фестивалендә үҙ оҫталыҡтарын күрһәтә.


Яңы Мишәрҙең үҙешмәкәр артистары.


Эстафетаны дыуан-мәсетлеләргә тапшырырға Яңы Мишәр ауылы художестволы үҙешмәкәрлегендә ҡатнашыусылар килде.

Күршеләрҙе ҡарарға халыҡ күп йыйылғайны – зал тулы булды. Халыҡ аҡрын ғына залды күҙәтә. Бына ҡурай моңо ағылды – башҡорт көйө залды биләп алды. Концертты Яңы Мишәр үҙәкләштерелгән клуб системаһы методисы Эльвира Латипова асты. Уның наҙлы тауышы күңелдәргә үтеп инде. Сәхнәлә үҙ-үҙен тотошона ҡарап, уға һоҡланмау мөмкин түгел. Мәҙәниәт өлкәһендә инде күп кенә йылдар эшләп, ул тамашасылар алдында ышаныслы сығыш яһай, үҙен ысын профессионал һымаҡ тота. Һөйкөмлө һәм яғымлы башҡорт ҡыҙы яҡтылыҡ һирпә. Ә нисек йырлай ул! Тауышы менән дыуан-мәсетле- ләрҙе таң ҡалдырҙы. Концерт программаһын да ентекләп уйлаған.

Концерт бик бай йөкмәткеле булды. Күршеләр матур сығыш яһаны. “Яҙғы моңдар”, Ясин ауылы ҡатын-ҡыҙҙары, Яңы Мишәр ауылы балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре вокаль ансамблдәре, “Ауылым ынйылары” фольклор коллективы, “Ҡомартҡы” ҡабартмалы сигеү халыҡ коллективы сығыштары, китапханасы Лилиә Шаһиева баш-ҡарыуындағы бейеү тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Улар һәр номерҙы көслө алҡыштар менән ҡаршыланы. Был ял кисәһендә беҙ Яңы Мишәрҙә ысын таланттар йәшәүенә инандыҡ.

Дыуан-Мәсетле ауылы халҡы.



Яуыштарҙа ҡунаҡта


Ҡумыҙсылар ансамбле сығышы.



Дүртенсе апрелдә Дыуан-Мәсетле ауыл биләмәһенең ижади командаһы төрлө жанрҙағы концерт программаһы менән Яуыш ауыл клубына килде.

“Зөбәржәт”фольклор ансамбле, “Гөлнәзирә” бейеү коллективы, ҡумыҙсылар һәм гармунсылар ансамблдәренең сығыштарын тамашасылар йылы алҡыштар менән ҡаршы алды. Башҡорт бейеүен башҡарыусы Эльвира Әбдрәхимованың һылыулығы һәм һомғоллоғо, Мәүжиҙә Аллаярова һәм Айсыуаҡ Ханнановтың әҫәрләнеп һөйләгән нәфис һүҙҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Ә клуб фойеһын Яуыш ауыл клубының “Үрнәк” биҙәү-ҡулланма ижады халыҡ коллективы (етәксеһе Сәмәрйә Солтанова) оҫталарының ҡул эштәре, Линар Дәүләтшин яһаған ағас изделиелар, Айнур Хисамовтың сүкеп яһалған гөл һауыттары аҫлыҡтары, Яуыш мәктәбенең “Оҫталыҡ башында” берекмәһенең (етәксеһе Фәнгизә Ғарипова) рәсемдәр күргәҙмәһе биҙәне.

Яуыштар байрамға ихлас шатланды, ә был халыҡ сән-ғәтенең барыһы-барыһына ла ҡыҙыҡлы булыуы тураһында һөйләй. ул берләштерә, аралашыу йылыһы һәм шатлығы бүләк итә.

Мәсетле районының мәҙәниәт бүлеге.