Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Апрель 2018, 17:00

Таланттары менән хайран ҡалдырҙылар

Теләш үҙәкләштерелгән клуб системаһының художестволы үҙешмәкәрҙәре Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған район фестивале эстафетаһын Йонос ауыл биләмәһенә тапшырҙы.

Ауыл халҡы ҡунаҡтарҙы йылы ҡаршы алды. Концерттың тәүге минутынан уҡ артистар һәм тамашасылар араһында йылы һәм татыу мөхит барлыҡҡа килде. Зал берҙәм алҡыштарға, “браво”-ларға күмелеп, ҡунаҡтарҙы дәртләндереп торҙо.

“Һәләтле балаларҙың күп булыуы бигерәк тә матур күренеш булды. Дәртле бейеүселәр, ҡумыҙсылар, “Әхирәттәр” ансамбле, алып барыусының оҫталығы – барыһы ла һоҡланғыс. Тәжрибәле мәҙәниәт хеҙмәткәре Ринат Тәҡиуллинға әллә ҡасан “халыҡ артисы” исемен бирер инем”, – тине Йонос ауыл биләмәһе башлығы Рәүеф Ниғмәтуллин. Уның был һүҙҙәрен башҡалар ҙа көслө алҡыштар менән күтәреп алды.

“Концерт юғары кимәлдә ойошторолған, бик күп сағыу номерҙар әҙерләнгән, аппаратуралары көйлө. Яҡшы теләктәр, ҙур бүләк, айға етерлек шатлыҡ тейәп килгән Ростов ауыл биләмәһе артистарына ҙур рәхмәт”, – ти йоностар.

Айгөл ШАРАПОВА

әҙерләне.