Дәртле бейеүҙәр – фестиваль күрке.
Күргәҙмәгә Ильяда Закированың ҡурсаҡтары, Яңы Мөслимдән Минзәлә Ғибәҙуллинаның милли костюмдары, районға ғына түгел, ә бөтә республикаға билдәле ҡул эше оҫтаһы Фәнил Ғәтиәтуллиндың ағастан эштәре ҡуйыл-ған ине.
Концерт программаһында Оло Аҡа мәктәбе хоры, “Ынйы” вокаль ансамбле, “Дуҫлыҡ” фольклор коллективы, “Ләйсән” бейеү ансамбле ҡатнашты. Гармунсылар Фәрит Ғибәҙуллин һәм Алмаз Фәйзрахманов башҡарыуында көйҙәр, Розалина Ғибәҙуллинаның моңло йырҙары, солистар Сабир Сафиуллин һәм Ғәлиә Хәсәнованың сығыштары кисәгә тағы ла йәм өҫтәне.
Икенсе мартта “Данлайым һине, тыуған яғым!” район фестивале эстафетаһын Ҡорғат ауыл биләмәһе ҡабул итте.
Клуб фойеһына оҫталарҙың ҡул эштәре ҡуйылған ине. Рәйес Әх-йәмовтың сүкеп яһалған изделиелары, Миңлеғәле Кашаповтың һандыҡтары, Рифат Ғиниәтуллиндың ағастан эшләнгән гөл аҫлыҡтары, кейем элгестәре, иләүестәре һәм башҡа әйберҙәре, Эльмира Ғиниәтуллинаның өйрөлтөлгән ҡағыҙҙан, бауҙан, сатрашлап сигелгән, сәйләндән картиналары халыҡта ҡыҙыҡһыныу уятты. Рәйфә Ғиниәтуллина һәм Рәйсә Йоносова бәйләнгән яулыҡтар, кофталар, ойоҡтар, келәмдәр, Нажия Фәрхетдинова сәйләндән эшләнгән һәм бәйләнгән сәскәләр тәҡдим итте. Ҡорғат мәктәбенең башлан-ғыс класс уҡыусыларының кис ултырыуы, Ынйы Шәрәфетдинованың ҡағыҙҙан эшләнгән әйбер-ҙәре ғәжәпләндерҙе.
Байрам ҡунаҡтары өсөн тыуған ергә, ауылға ҡарата һөйөү менән һуғарылған бай концерт программаһы әҙерләнгән ине. Тамашасыларҙы бигерәк тә Яңы Мөслим ауылынан Эмилия Шәрифуллинаның, Илнар Латиповтың, Сабина Ғибәҙуллинаның, Әжекәй ауыл клубынан “Йәйғор” бейеү коллективының сығыштары ҡыуан- дырҙы.
район мәҙәниәт бүлегенең баш белгесе.
Ҡурсаҡ театры тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы.