Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Март 2018, 13:32

Юғары исемдәрен раҫланылар

Мәсетле районында “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” республика халыҡ художестволы үҙешмәкәрлек коллективтары фес-тиваленең зональ этабы үтте. Унда райондың ижади коллективтары “Халыҡ” һәм “Өлгөлө” исемдәрен раҫланы.


"Әй" ансамбле.

Фестиваль программаһын республика халыҡ ижады үҙәге комиссияһы – фольклор буйынса баш белгес Гөлгөнә Баймырҙина, вокал-хор жанры буйынса баш белгес Наталья Кондакова, уйын ҡоралдары жанры буйынса баш белгес Элита Йыһангирова, хореография буйынса баш белгес Алия Ғәйфуллина, “Урал” халыҡ сәнғәте галереяһы мөдире Кәримә Кайдалова баһаланы.

Фойела биҙәү-ҡулланма ижады оҫталарының бай күргәҙмәһе урынлаштырылғайны. Ижади коллективтар фестиваль тамашасыларына һәм ҡунаҡтарына башҡорт кейеменең бөтөн матурлығын күр-һәтте.

Концерт программаһын “Аҡ тәңкәләр һалып” фольклор картинаһы менән “Ҡабырсаҡ” башҡорт халыҡ фольклор коллективы (етәксеһе Рәсимә Әхмәтйәнова), “Зөбәржәт” халыҡ

фольклор ансамбле (Зөлфирә

Сәлимова), “Осрашыу” казактар бейеүе һәм “Мәсетле йәштәре” башҡорт бейеүе менән “Әй” халыҡ фольклор ансамбле (Зарифйән Ғарипов), Балалар сәнғәт мәктәбенең “Өлгөр” өлгөлө бейеү ансамбле (Зарифйән Ғарипов) биҙәне. “Елань” (Адис Ғабдуллин), “Рябинушка” (Валентина Сизова), “Әй һылыуҙары” (Рәғиҙә Сәхәүетдинова) халыҡ вокаль ансамблдәре юғары кимәлдә сығыш яһаны.

Фестиваль программаһы һөҙөмтәләре буйынса бөтә ошо коллективтар “Халыҡ” һәм “Өлгөлө” юғары исемдәрен раҫланы, ә Яңы Мишәр ауыл клубының “Ҡомартҡы” ҡабартмалы сигеү коллективына (Эльвира Латипова) һәм Яңы Яуыш ауыл клубының “Алтын кәтүк” биҙәү-ҡулланма ижады коллективына (Сәмәрйә Солтанова) “Халыҡ” исеме би- релде.