Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Март 2018, 13:29

Фестиваль эстафетаһы башланды

“Тыуған яғым, һиңә дан йырлайым!” фестивале программаһына ярашлы эстафетаны тәүгеләрҙән булып Абдулла ауыл биләмәһе ҡабул итте.


Абдуллалар штандартты Оло Аҡа ауыл биләмәһенә тапшыра.



Ауыл клубына ингән ерҙә ҡунаҡтарҙы “Ынйы” фольклор ансамбле ҡаршы алды. Мәҙәниәт йорто фойеһында абдуллалар биҙәү-ҡулланма ижады күргәҙмәһе әҙерләгән ине. Хәбирйән Муллаяровтың сүкеп яһалған изделиелары, Фәрит Хәкимйәновтың сигелгән картиналары, Эльмира Ғәзизованың туҙҙағы биҙәктәре, Альбина Боеваның сәйләндән эштәре үҙҙәренең матурлығы һәм үҙенсәлеклелеге менән таң ҡалдырҙы. Шулай уҡ күргәҙмәгә Рәшиҙә Әхмәтова, Лилиә һәм Лиана Фәризовалар, Галина Оноскина, Дилара Закирова эштәрен ҡуйған ине. Рәмзиә Сәғҙәтова ауылдың тарихы һәм күренекле кешеләре тураһында мәғлүмәт әҙерләгән.

Концерт программаһы бер тында үтеп китте. Район Мәҙәниәт һарайы артистарының сағыу һәм хисле сығыштары тамашасылар күңеленә хуш килде.

Шулай уҡ байрамда ауыл шағиры Азеф Мәғрүповты 75 йәшлек юбилейы менән тәбрикләнеләр.

21 февралдә эстафетаны Оло Аҡа ауыл клубы ҡабул итте. Башҡортостан Республикаһының федераль маҡсатлы программаһы ярҙамында яңыртыл-ған клубҡа инеүе үҙе бер кинәнес булды. Фойела уҡ ауыл халҡының ҡунаҡтарҙы түҙем-һеҙләнеп көткәне күренде. Бындағы биҙәү-ҡулланма эштәренән торған күргәҙмә маҡтауға лайыҡ. Елена Ғәлиеваның сигелгән картиналары, Илдар Сәғҙәтовтың сүкеп яһал-ған эштәре, Марсель Ҡәйүмовтың ағасҡа уйып яһалған биҙәктәре, Эльмира Ғайнанованың тал сыбығынан кәрзиндәре, Надежда Дядинаның милли костюмдары, Анжела Рафиҡованың декупаж техникаһындағы изделиелары, Зифат Сафиндың егеү кәрәк-ярағы бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырманы.

Сәхнәлә Абдулла ауыл биләмәһенең художестволы үҙешмәкәрҙәре – йыйылма хоры, “Ынйы” фольклор ансамбле, инструменталь ансамбле, Динә Фәризова, Рәмзиә Сәғҙәтова, Мөхәмәтнур Харрасов, Любовь Ватолина, Рита Хизбуллина сығыш яһаны.

28 февралдә эстафетаны Әжекәй ауыл клубы ҡабул итте.


Лариса ХУДЯКОВА,

Мәсетле районы мәҙәниәт бүлеге баш белгесе.