Тамашасылар алдында “Чернобыль союзы”ның Мәсетле районындағы бүлеге рәйесе Марсель Ғиндуллин сығыш яһаны. Тыуған яғын данлап уҡыусылар Мостай Кәримдең, Рафаэль Сафиндың, Зәйнәб Биишеваның шиғырҙарын һөйләне, йырланы, Гөлфиә Йоносованың “Тылсымлы сәйәхәт” әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән тамаша күрһәтте. Артабан китап күргәҙмәһе менән таныштылар. Унда яҡташыбыҙ тураһындағы “Ликвидатор Марсель Абдулкәрәм улы Ғиндуллин – Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы” китабы ла бар ине. Сараға уҡыу-сыларҙың – Гөлшат, Вилена һәм Вил- нар Байрамғоловтарҙың, Юлиә һәм Алла Ризвановаларҙың, Ильнара һәм Ридан Бәҙретдиновтарҙың, Азат Вәлиәхмәтовтың, Вадим Йыһаншиндың, Фидан Абдуллиндың, Линара Ғилметдинованың, Лева Ризвановтың, Айсель Һаҙые-ваның сығыштары тағы ла йәм өҫтәне.