Фестиваль штандарты Абдулла ауыл биләмәһенә тапшырылды.
Фестивалде ойоштороу комитеты рәйесе, район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова асты. Тәбрик һүҙендә ул был фестиваль үҙешмәкәр коллективтарҙың ижади үҫешенә һәм районда күршеләрсә йылы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә, тип билдәләне һәм уның уңышлы үтеүен теләне.
Райондың ижади коллективтары район Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә үҙ вокаль һәм бейеү номерҙарын күр-һәтте. Концерт тамашасылар-ҙың күңеленә хуш килде, улар һәр бер сығышты дәррәү алҡышлап оҙатты.
Фестиваль штандартын тантаналы рәүештә Абдулла ауыл биләмәһенә тапшырҙылар, улар фестивалде 20 февралдә ҡабул итә.
Графикка ярашлы, ике ай буйына район ауыл биләмәләре буйынса эстафета барасаҡ. Фестивалгә ярашлы халыҡ оҫталарының биҙәү-ҡулланма ижады, ауылдан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр, ауылдың тарихы тураһында күргәҙмәләр ойоштороласаҡ. Гала-концерт һәм иң яҡшы ауыл биләмәләрен, ижади коллективтарҙы бүләкләү тантанаһы 20 апрелгә тәғәйенләнгән.
“Тыуған яғым, һиңә дан йырлайым” район халыҡ ижады фестиваль-эстафетаһын уҙғарыу графигы
28 февраль – Оло Ыҡтамаҡ а/с (Әжекәй)
30 март – Дыуан-Мәсетле а/с
6 апрель – Ләмәҙтамаҡ а/с
13 апрель – Кесе Ыҡтамаҡ а/с
18 апрель – район Мәҙәниәт һарайы
20 апрель – Гала-концерт.