Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Февраль 2018, 16:40

“Йәшлек”тәр – сәхнә күрке

Теләш ауылы мәҙәниәт йортоноң “Йәшлек” балалар драма коллективы иң ҙур еңеүен яуланы. Улар- ға республика кимәлендә “Өлгөлө коллектив” тигән юғары исем бирелде.


“Йәшлек” коллективының йәш таланттары Ринат Тәҡиуллин һәм Гүзәл Минғолова менән.


Коллектив бынан биш йыл элек тупланған. Шулай ҙа уға тиклем дә балалар мәктәптә оҙайлы ваҡыт драма түңәрәгендә шөғөлләнгән. Етәкселәре Люциә Закирйәнова менән берлектә “Әминбәк”, “Алтынсәс”, “Артыҡбикә” кеүек билдәле әкиәттәрҙе сәхнәләштергәндәр.

“Өлгөлө” исемен яулау өсөн күп кенә һынауҙар үтергә тура килгән. Тәүге тапҡыр “Йәшлек”тәр “Йөн” район фольклор байрамында ҡатнашҡан. Шунда рус халыҡ ижадынан тәржемә итеп ”Быйма”әкиәтен әҙерләгән. “Бик шәп килеп сыҡты был тамаша. Дәртләнеп, башлан-ған эште артабан дауам итергә булдыҡ. Тора-бара ҙурыраҡ, етдирәк “Зәңгәрсәс” спектакленә тотондоҡ”, – ти клуб мөдире һәм коллектив етәксеһе Ринат Тәҡиуллин.

Фәниҙә Исхакованың фантастик жанрҙағы “Зәңгәрсәс” драмаһы коллективҡа ысын танылыу яуларға ярҙам итте. Спектакль бер сәғәт ярым барҙы, әммә ялҡытҡыс тойолманы, тамашасы хайран ҡалып ҡараны, оҙаҡ ҡул сапты. Әйткәндәй, ошо спектакль менән балалар бер кистә генә 6 мең һум аҡса йыйҙы һәм урындағы инициативалар программаһына ярашлы ауыл клубы тәҙрәләрен алмаштырыуға үҙ иғәнәһен индерҙе.

Спектакль район кимәлендә лә иң уңышлыһы тип табылды. Республика халыҡ ижады үҙәгенән килгән абруйлы жюри йәш артистар-ҙың ролгә бирелеп бик әүәҫ уйнауҙарын билдәләне, ҙур текстарҙы яңылышмай, еренә еткереп бирә алыуҙарын хуп-ланы. Конкурсҡа тәҡдим ителгән иң күләмле тамаша ине был.

Бәйгенең икенсе турына жюри тәҡдиме менән өлкәндәр роле уйналмаған әҫәр һайланды. Был юлы Сөләймән Латиповтың “Дуҫ булайыҡ” әкиәтенә туҡталды балалар. Клубтың художество етәксеһе Гүзәл Минғолова әйтеүенсә, ролдәрҙе бүлешкәндә балаларҙың һәр береһенең характеры ла иҫәпкә алына. Уңыш, тәү сиратта, шунан ғибәрәт.

Дөйөм алғанда, драма түңәрәгенә йөрөгән һәр бала мәктәптә лә төп көстәрҙән һанала. Олимпиада, спорт ярыштары, мәҙәни сараларҙа иң әүҙемдәре шулар. Яңыраҡ ҡына Ләйсән Саҙиҡова менән Рушана Рамазанова “Йәш экскурсовод” конкурсында еңеү яулап ҡайтты. Иң кескәй, иң талантлы артисыбыҙ Таңсулпан Ҡәләмова вокал бәйгеләрендә беренселектә килә. Айгизә Сафина, Алһыу Минғолова, Алик Закиров – оҫта йырлай, Диана Колганова бейей. Евгений Закиров– “Яҙғы тамсылар” район бәйгеһе еңеүсеһе, төбәк-ара конкурс дипломына лайыҡ. Уның апаһы Эмилия ла “Йәшлек” коллективында. Мәҡәләне уның һүҙҙәре менән тамамлағы килә: “Драма түңәрәге беҙгә тағы ла киңерәк мөмкинлектәр асты, район бәйгеләрендә төрлө ауылдарҙан килгән башҡа балалар менән аралаша башланыҡ, бәйләнеш ептәрен нығыттыҡ, үҙебеҙ сыныҡтыҡ. Шуға ла беҙҙе ошо спектаклдәргә йәлеп иткән Ринат ағай һәм Гүзәл апайға, район мәҙәниәт һарайынан килеп беҙгә һәр ролдең нескәлектәрен өйрәткән Лениза Вәлиева менән Энгельс Ғәлиәкбәровҡа ҙур рәхмәт әйтәбеҙ!»

Гөлнара ХАТМУЛЛИНА, Теләш ауылы.