Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Февраль 2018, 16:37

Тәүрәләр килде ҡунаҡҡа

Свердловск өлкәһе Оло Тәүрә ауылы артистарының килеүе әләгәҙҙәр өсөн көтөлмәгән күңелле бүләк булды.


Сәхнәлә – ирҙәр вокаль ансамбле.



Тәүрә ауыл мәҙәниәт йорто артистары Әләгәҙ ауылына бай концерт программаһы менән килде. Тамашасылар үҙешмәкәр артистары башҡарыуында мөхәббәт һәм тыуған ер тураһында күңелле, моңло йыр-ҙар, дәртле бейеүҙәр менән ләззәтләнде. Айырыуса ирҙәр вокаль һәм ҡатын-ҡыҙҙар бейеү ансамблдәре сығыштары иҫтә ҡалды.

Әләгәҙ клубы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән викторина тамашасылар өсөн тағы ла бер сюрприз булды. Ғәҙәти булмаған һорауҙарға яуап эҙләү ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс ине. Һөҙөмтәлә иң әүҙем һәм сос тамашасыларға “Ҡарағай” шифаханаһынан бүләктәр: “Ҡарағай” минераль һыуы тапшырылды.

Концерттың дуҫтарса йылы атмосфераһы ауыл кешеләренең күңеленә хуш килде. Тәүрәләрҙең музыкаль номерҙары уларға күңел күтәренкелеге һәм яҡшы кәйеф бүләк итте. Яҡшы компанияла дуҫтарса йылы осрашыу – һалҡын ҡышҡы кистә иң яҡшы ял.

Свердловск өлкәһенән артистарҙың килеүенә Салауат Камалеев тырышлыҡ һалды. ул күршеләр менән мәҙәниәт уртаҡлашыу яҡшы традицияға әүерелер, тип өмөтләнә. Оҙаҡламай, үҙ сираттарында, шундай уҡ дуҫтарса сәфәр менән әләгәҙҙәр ҙә Оло Тәүрә ауылына барырға ниәтләй.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.