Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Ғинуар 2018, 17:15

Экология йылын оҙаттылар, Ғаилә йылын ҡаршыланылар

Экология һәм айырым һаҡланыусы тәбиғәт территориялары йылын ябыуға, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылын һәм Рәсәйҙә ирекмәндәр йылын асыуға арналған тантаналы сара район мәҙәниәт һарайында булды.


2017, 2018 йылдарҙа ғаилә тормошо юбилейҙарын билдәләүсе парҙар.



2017 йыл Экология йылы тип иғлан ителгәйне. Башҡарылған эш өсөн грамоталар тапшырырға сәхнәгә Баш-ҡортостан Республикаһы Экология министрлығының Мәсәғүт территориаль комитеты төп белгесе Фәнис Сисәнбаев сыҡты. Ул дипломдар һәм рәхмәт хаттары тапшыр-ҙы.

Шунан “Саф ел” район агитбригадалар конкурсының I дәрәжә лауреаттары – Әләгәҙ мәҙәниәт йортоноң “НовоКАиН” командаһы сәхнәгә сыҡты. Сығыштарында балалар бик шаян һәм эстетикалы булыуҙары менән айырылып торҙо. Артабанғы сығыш яһаусылар – Кесе Ыҡтамаҡ мәҙәниәт йорто агитбригадаһы тураһында быны әйтеп булмай. Балаларҙың сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыу тураһындағы фекерҙе еткерергә тырышыуҙары аңлашыла, ә быны дөрөҫ күрһәтә алмауҙары уларҙың ғәйебе түгел. Барыһынан да элек был етәкселәре – әлеге номерҙы ҡуйыусыға иҫкәрмә. Номер күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыу-ҙырҙы.

Артабан район Хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин сығыш яһаны. Ул Экология йылында районда нимәләр эшләнеүе һәм Ғаилә йылында ниндәй бурыстарҙы хәл итәһе барлығы хаҡында ентекләп һөйләне.

Шунан Мәсетле районының өлкән парҙарын ғаилә юбилейҙары менән ҡотлау тантанаһы булды. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау-ҙарын, сәскәләр һәм ҡиммәтле бүләктәрҙе юбилярҙар-ға район Хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова һәм ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Ғайнанова тапшырҙы.

Быйыл күп ғаиләләр парлы тормош юбилейҙарын билдәләй. Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Зәйнәп һәм Юрис Сафиуллиндарҙың – 50 йыллыҡ юбилейҙары. Улар ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән, дүрт ейән-ейәнсәр һөйә. Был ғаилә хәрбиҙәрҙән тора.

Рәйсә һәм Риза Насретдиновтар ғаиләһе гәүһәр туй-ҙарын билдәләй. Улар бер улға, ике ҡыҙға ғүмер һәм тәрбиә биргән. Биш ейәндәре, ейәнсәрҙәре, бүләләре һәм өс бүләсәрҙәре бар. Насретдиновтар Оло Ҡыҙылбай ауылында йәшәй.

Иҫке Мишәр ауылынан Рая һәм Мәғрүп Шакировтар бергә йәшәүҙәренең 60 йыллығын билдәләй. Өс ҡыҙ һәм ике ул үҫтергәндәр. Бәләкәй саҡтан уҡ улар колхоз-ға хеҙмәт иткән.

Рәзилә һәм Рифат Әхйә-мовтар 50 йыл татыу ғүмер кисергән. Бына тигән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улар, үҙ сираттарында, юбилярҙарҙы биш ейән менән һөйөндөрә. Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәйҙәр.

Фәймә һәм Нәзиф Йосоповтар ғаиләһе алтын туйҙарын билдәләй. Һоҡланғыс өс бала үҫтергәндәр, улар алты ейән һәм өс бүлә бүләк иткән.

Рәсми сығыштар Мөхтәровтар, Йосоповтар, Сәлимовтар, Хафизовтарҙың вокаль һәм бейеү ансамблдәре, “Өлгөр” өлгөлө ансамбле, шулай уҡ Светлана Юнысова һәм Энгельс Ғәлиәкбәров- тың яңғыҙ башҡарған но- мерҙары менән аралашып барҙы.

Сара тантананы алып барыусы Эльвира Ғарипованың: “Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙ 2018 йылды – Ғаилә йылын асабыҙ. Балалар күп булған ғаиләләр барлыҡҡа килә башлауы һөйөндөрә. Беҙҙең районда 99 күп балалы ғаилә, уларҙа 125 бала тәрбиәләнә.

Һеҙҙең өйҙәрҙә тик һөйөү һәм изгелек кенә хакимлыҡ итһен. Бер-берегеҙҙе яратығыҙ, һаҡлағыҙ һәм өйөгөҙҙә тыныслыҡ булһын”, – тигән һүҙҙәре менән тамамланды.

Эльвира БАҺАУЕТДИНОВА.