Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Ғинуар 2018, 17:39

“Зөбәржәт” ансамбленә – 25 йыл

Зөбәржәт – үтә күренеп торған асыҡ йәшел төҫтәге аҫыл таш. Бына инде 25 йыл дауамында нәҡ шундай матур исем йөрөтә район Мәҙәниәт һарайы ҡарамағындағы ветерандар-ҙың татар халыҡ вокаль-фольклор ансамбле.

Ансамблгә 1992 йылда нигеҙ һалына һәм 1996 йылға тиклем уның менән Зифа Үзбәкова етәкселек итә. Башта ансамблдә ни бары дүрт ҡатын йырлай: Йәүһәрә Хужина, Хәнифә Абдраҡова, Мөнирә Мөхөтдинова һәм Шәкүрә Ғәниева. Үкенескә ҡаршы, улар бөгөн беҙҙең арала юҡ инде. Күпмелер ваҡыттан һуң коллективта туғыҙ кеше булып китә. 1996 йылда ансамбль вокаль коллективтарҙың район смотрында II урын ала, 1995 йылда Мәсәғүт ауылында үткән зональ смотр-ҙа лауреат була. 1996 йылдан коллектив менән Рәғиҙә Сәхәүетдинова етәкселек итә. Ул, элекке етәксе кеүек үк, ижади, дәрт менән эшләй.

2009 йылдан ансамблде талантлы музыкант, ҙур тәжрибәгә эйә йырсы, үҙешмәкәр композитор Зөлфирә Сәлимова етәкләй. Уның килеүе менән ансамбль яңы һулыш ала. Коллектив районда ғына түгел, ә унан ситтә лә популярлыҡ яулай. Уларҙың Свердловск өлкәһендә үткән Сәрҙәриә Ниғәмәтова исемендәге IX Төбәк-ара татар халыҡ ижады фестивалендә һәм “Мин яратам һине, тормош!” оло йәштәгеләрҙең художестволы үҙешмәкәр ижады республика фестивалендә ҡатнашыуы һәм еңеү яулауы быға дәлил.

Татар мәҙәниәтенең ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын һаҡлау өсөн ансамбль этнография һәм фольклор менән шөғөлләнә. Халыҡ традицияларынан тыш, ул үҙенең ҡабатланмаҫ йөҙөн дә һаҡлап ҡалырға ынтыла. Ансамблдә ҡатнашыусылар үҙҙәренең сығыштары менән үҙәк китапхана, мәҙәниәт бүлеге һәм район музейы үткәргән сараларҙы даими биҙәй.

Бөгөн ансамблдә 12 кеше сығыш яһай. Уларҙың бөтәһе лә тиерлек оло йәштәге ҡатындар: иң өлкәненә – Зилида Әмироваға 82 йәш. Коллективта йырлаусылар тырыш, дәртле. Төрлө өлкәләрҙә хеҙмәт итеүҙәренә ҡарамаҫтан, уларҙы татар йырына һөйөү берләштерә. Клара Дистанова, Ғәлиә Сибәғәтуллина, Ғәлиә Йосопова – уҡытыу-сылар, Зилида Әмирова, Фларида Вәхитова – медицина, Гөлнәзирә Әсбапова, Флүрә Сәрүәрова, Сажиҙә Басирова, Сәғиҙә Биктимерова, Гөлсимә Солтанова – сауҙа, Зәйнәп Шәмсетдинова – почта, Миндинур Яхина китапхана хеҙмәткәре. Барыһы ла профессиональ йырлай, бейей, музыка ҡоралдарында уйнай. Улар ҡулында мандолина, ҡумыҙ моңо ғәжәйеп яңғырай.

Ансамбль репертуарында татар йырҙарынан тыш, башҡорт халыҡ, стилләштерелгән фольклор, заманса, ретро йырҙар бар. Ансамбль Ләмәҙтамаҡ һәм Абдулла ауылдары мәҙәниәт йорттарының фольклор коллективтары, “Аҡ ҡалпаҡ” район татар ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, шулай уҡ ауылдар буйлап бушлай концерттар ҡуя.

2016 йылда ансамблгә “халыҡ” исеме бирелә. Шулай уҡ улар Башҡортостан Республикаһы һәм Свердловск өлкәһе мәҙәниәт министрлыҡтарының, Ҡоролтайҙың бик күп һанлы почет грамоталарына, рәхмәт хаттарына эйә. Ләкин ансамблдең иң ҙур еңеүе – ул тамашасыларҙың алҡыштары һәм һөйөүе.

– Беҙҙә, әлбиттә, проблемалар ҙа бар. Уларҙың береһе – яңы сәхнә костюмдарының булмауы. Сығыштарыбыҙ тағы ла отошлораҡ булһын өсөн үҙебеҙҙең музыка ҡоралдары булһа ине. Шулай уҡ репетициялар өсөн ансамблгә беркетелгән кабинет юҡ. Беҙҙең алда ҙур һынау – “халыҡ” исемен раҫлау өсөн сираттағы аттестация тора. Проблемалар булыуға ҡарамаҫтан, беҙ лайыҡлы сығыш яһарбыҙ, тип уйлайым, – ти ансамбль етәксеһе.


Һүрәттә; “Зөбәржәт” ансамбле. Беренсе рәттә уртала ансамбль етәксеһе З. Сәлимова.


Айгөл ШӘРӘПОВА.