Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Ғинуар 2018, 16:57

“Сатҡы”ларҙың күҙҙәрендә сатҡы уйнай!

Яңы Мөслим ауыл клубының “Сатҡы” татар балалар театры коллективында сәнғәт менән мауыҡҡан ижади, әүҙем егет һәм ҡыҙҙар шөғөлләнә.

Коллектив үҙ эшен 2014 йылда башлай. Уның менән Яңы Мөслим үҙәкләштерелгән клуб системаһы методисы Фәриҙә Шәрифуллина етәкселек итә. “Сатҡы”ла 8-ҙән 15 йәшкә тиклемге ундан ашыу бала мөғжизәле театр нескәлектәренә төшөнә.

Егет һәм ҡыҙҙар тамашасылар күңелендә ышаныс уятҡан, дәрт, илһам өҫтәгән яңы һәм сағыу образдар тыуҙыра. Әлеге ваҡытта коллектив репертуарында татар, рус яҙыу-сылары әҫәрҙәре буйынса алтынан ашыу спектакль бар.

Ауылда бер генә мәҙәни сара ла уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәй һәм шулай уҡ район кимәлендә үткәрелгән байрамдарҙа – Еңеү, Рәсәй көндәрендә, һабантуйҙа әүҙем ҡатнаша.

Коллектив йәш булыуға ҡарамаҫтан, уның ҡаҙаныштары ла бар. 2017 йылда ул балаларҙың театр коллективтары араһында үткәрелгән район конкурс-фестивалендә еңеү яулай, “Ҡыңғырауҙар сыңы” республика балалар театры фестивале дипломанты була.

– Балалар сәхнәгә бар күңеле менән тартыла. Ролдәрҙе илһамланып, ысын артистар һымаҡ башҡаралар, – ти коллектив етәксеһе.

Ә ошо йылдың ғинуарында Баш-ҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы ҡарары менән “Сатҡы”ға “Өлгөлө коллектив” тигән исем бирелә. Ошо исемде биреүсе комиссия ағзалары алдында йәш артистар татар яҙыусыһы Абдулла Алиштың “Сер тотмаҫ өйрәк” әкиәте буйынса әҙерләнгән спектакль менән сығыш яһай.

Татар яҙыусыһы Ғабдулла Туҡай әйтеүенсә, театр яҡтылыҡҡа, нурға илтә. Әгәр ҙә балалар күңелендә театрға, сәнғәткә һөйөү уянған икән, ул бер ҡасан да һүнмәйәсәк, уларҙың юлын мәңге балҡытасаҡ. Беҙ ижади коллективҡа һәм уның етәксеһенә уңыштар һәм яңы үрҙәр теләйбеҙ.


Һүрәттә: 1-се рәттә (һулдан уңға): Снежанна Тихомирова, Юлиә Сәғҙиева, Эмилия Шәрифуллина.

2-се рәттә (һулдан уңға): Эльза Закирова, Руслана Ғибәҙуллина, Элина Рамазанова, Вильнюс Закиров, Айнур Ғәниев, Алһыу Ғималетдинова.


Айгөл ШӘРӘПОВА.