Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Декабрь 2017, 18:00

Гөрләп үтте концерт

Район Мәҙәниәт һарайында Зарифйән Ғарипов етәкләгән “Әй” халыҡ бейеүҙәре коллективының концерты үтте.

Залда буш урын юҡ ине. Ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр, дуҫтар – тамашасылар бик күп килгән. Шуға күрә концерттың дуҫтарса ихлас шарттарҙа үтеүенә ғәжәпләнерлек түгел.

Кисәне район Мәҙәниәт һарайы директоры Радик Шәрәфисламов асты һәм “Әй” район бейеү коллективының ижади юлы, уның бөтә етәкселәре тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте.

Концерт ике сәғәт дауам итте. Бейеү номерҙары район Мәҙәниәт һарайы артистарының сығышы менән аралашып барҙы.

Билеттар һатыуҙан йыйылған аҡса “Байыҡ” телевизион конкурсы финалында ҡатнашыу өсөн Өфөгә барыуға тотоноласаҡ.

Уларға уңыштар һәм еңеүҙәр теләйек!

Эльвира БАҺАУЕТДИНОВА.