Быйыл ойоштороу комитеты республиканың ижади коллективтарынан 80-дән ашыу заявка алды. Шулар-ҙың 30-ы ғына фестиваль финалына үтте. Улар Өфө һәм Күмертау ҡалаларынан, шулай уҡ Благовещен, Иглин, Өфө, Бөрө, Ҡырмыҫҡалы, Борай, Бәләбәй, Мәсетле райондарынан ижади коллективтар. Ошо йыр форумында беҙҙең район исеменән “Елань” рус йырҙары ансамбле (етәксеһе Адис Ғабдуллин) сығыш яһаны.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе, “Башҡортостан рус-тары соборы”ның үҙәк башҡарма комитеты рәйесе Виктор Пчелинцев фестивалдә ҡатнашыусыларға дипломдар һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы.