Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Ноябрь 2017, 02:00

Татыулыҡта һәм берҙәмлектә һәр эш ырай

Һөләймән клубы – ауыл халҡының иң яратҡан урындарының береһе. Фәйрүзә Дусмөхәмәтова етәкселегендә ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары ауыл халҡын үҙ эшмәкәрлегенә әүҙем йәлеп итә. Улар бергәләп саралар үткәрә. Клуб менән Рәшит Кәримов мөдирлек итә. Уға тормошта ла, эштә лә ҡатыны Айгөл Кәримова ярҙамлаша. Ул шулай уҡ мәҙәниәт бүлеге штатында иҫәпләнә. Ауыл халҡы ҙур теләк менән йөрөгән китапхана клубта айырым урын биләй. Бында китаптарҙан тыш, ваҡытлы баҫмаларҙы уҡырға, күренекле яҡташтарҙың ижады менән танышырға мөмкин. 2011 йылдан китапхана мөдире вазифаһын Миләүшә Ғарипова башҡара. Миләүшә Рәфис ҡыҙы төп эше менән генә сикләнеп ҡалмай – ул бөтә ваҡиғалар үҙәгендә. Мәҙәни сараларҙың күбеһе уның ҡатнашлығында үтә. Традицион байрамдарҙан тыш, һөләймәндәр төрлө халыҡ йолаларын уҙғара, күршеләре – Әбдрәхим, Ҡотош, Ләмәҙтамаҡ, Яуыш, Дыуан-Мәсетле ауылдары халҡы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. – Халыҡ беҙҙә әүҙем, – ти Миләүшә Ғарипова. – Зал да, китапхана ла буш тормай. Ауыл халҡы сараларға ихлас йөрөй, концерттарҙа теләп ҡатнаша. Ҡатын-ҡыҙҙар советы һәм “Ағинәйҙәр” клубы ярҙамына һәр ваҡыт таянабыҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ҡарамағында дүрт түңәрәк эшләй. Аэробика түңәрәген Олеся Ғәләлетдинова алып бара, Гөлфиә Ғарипова аш-һыу серҙәренә төшөндөрә, Айгөл Кәримова бары-һын да бейеү дәрестәренә көтә. Миләүшә Ғарипова үҙе “Оҫта ҡулдар” түңәрәген алып бара. Үҙ ҡулдары менән эшләгән төрлө изделиеларҙы баш ҡаланан, район үҙәгенән, күрше ауылдарҙан килгән ҡунаҡтарға бүләккә тапшыралар. Фельдшер пункты, башланғыс мәктәп, клуб, балалар баҡсаһы бер бинала урынлашҡан. Шуға күрә уларҙың коллективтары байрамдар-ға бергә әҙерләнә. Бына шулай татыулыҡта, берҙәмлектә йәшәй һәм хеҙмәт итә һөләймәндәр. Зөһрә ҒӘНИЕВА.