Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Октябрь 2017, 02:00

Татарҙар ҙур байрам ойошторҙо

25 октябрҙә Әжекәй ауылының мәҙәниәт йортонда татар мәҙәниәте байрамы үтте. Байрамға Оло Ыҡтамаҡ, Әләгәҙ, Оло Аҡа, Яңы Мөслим, Абдулла һәм Ҡорғат ауыл биләмәләренән татар мәҙәниәтен тәҡдим итеүсе коллективтар йыйылды. Байрам тойғоһо ауыл мәҙәниәт йорто алдында уҡ һиҙелде. Ҡунаҡтарҙы татар хал-ҡына хас ғөрөф-ғәҙәттәр – сағыу милли костюмдарҙа сәк-сәк, хуш еҫле сәй, йыр, бүләктәр – түбәтәй һәм ҡалпаҡ менән ҡаршыланылар. Мәҙәниәт йорто фойеһында татар ризыҡтары, ҡул эше оҫталары изделиелары күргәҙмәһе ойошторол-ған ине. Ҡунаҡтар тыуған яҡты өйрәнеү музейы экспонаттары менән таныша алды. Концерт программаһы ла бай йөкмәткеле әҙерләнгән. Район Мәҙәниәт һарайының, ауыл клубтарының иң яҡшы ижади коллективтары бер нисә сәғәт дауамында бер-бер артлы сәхнәгә сыҡты. “Еҙ үксә”, “Өлгөр” балалар бейеү коллективтары, “Зөбәржәт” һәм “Елань” халыҡ фольклор коллективтары, “Иҙел” йыр ансамбле, Свердловск өлкәһенең Әчит ауылынан парҙар – Эльза һәм Илнур Саҙиҡовтарҙың сы-ғыштары көслө алҡыштарға күмелде. Оло Аҡа һәм Абдулла ауылдарының ҡатын-ҡыҙҙар ансамблдәре иҫ киткес тауыштары менән тамашасыларҙы таң ҡалдырҙы. Байрамда ҡатнашыусылар-ҙы район Хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, район Советы депутаты Рәшит Ғәтиәтуллин, Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Радик Ғәләүетдинов, район татарҙарының милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Фуат Ғәләүетдинов ҡотланы. Художестволы үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары, бүләктәр һәм сертификаттар тапшырылды. Байрамды Ғабдулла Туҡай-ҙың “Туған тел” шиғырына яҙылған йыр менән тамамланылар. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең, ауыл биләмәһе етәкселегенең тырышлығы һәм ойоштороу һәләте арҡаһында байрам уңышлы килеп сыҡты.Беҙҙең хәбәрсе.