Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Октябрь 2017, 02:00

Республика байрамы халыҡҡа тағы ла бер ял көнөн өҫтәне

11 октябрҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк май-ҙанында Республика көнөнә арналған байрам саралары үтте. Тамашасылар алдында ғәжәйеп күренеш йәйелде: самауырҙар парады уҙғарылды, унда бөтә ауыл биләмәләре вәкилдәре лә ҡатнашты. Боронғоһонан башлап замансаһына, кескенәһенән алып оло-ҡараһына, ағас самауырҙан электр менән эшләгәненә тиклем утыҙҙан ашыу ҡупшыҡай майҙан уртаһында хужа булып ултырған иң ҙур самауыр тирәләй урынлашты. Бында ғаилә йылыһын һаҡлаусы, хаҡһыҙ рәүештә онотолған атрибутҡа һоҡланыу ғына түгел, ә хуш еҫле тәмле сәйҙән ауыҙ итергә лә мөмкин ине... Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2017 йылдың 13 октябрендәге 82-се һанында уҡығыҙ.