Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
31 Август 2017, 02:00

Халыҡ календары. Август

Архангел районында рус халҡы йырҙарын, йолаларын һәм байрамдарын һаҡлап ҡалыу һәм тергеҙеү буйынса байрам – “Халыҡ календары” II төбәк-ара рус фольклоры фес-тиваль-лабораторияһы үтте. Фестиваль алда торған 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһына бәйле күп милләтле республикала рус халҡының традицион мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү; Башҡорт-остан халыҡтары берҙәмлеген нығытыу; фольклор коллективтарының ижади кимәлен күтәреү маҡсатында уҙғарылды. Конкурс программаһында Башҡортостан Республикаһынан ғына түгел, ә Түбәнге Новгородтан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан 23 ижади коллектив ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла халыҡ календары – үҙ ерлектәре өсөн хас булған йыр-ҙар, бейеүҙәр һәм музыка ҡоралдарын үҙ эсенә алған август айындағы байрам, йола, ғөрөф-ғәҙәт фрагментын күрһәтте. Йолалар конкурсынан тыш, фестивалгә ярашлы, август айы темаһына сценарийҙар һәм тикшеренеү эштәре конкурсы ла үтте. “Дожинки” халыҡ байрамын тергеҙеү фестивалдең иң сағыу мәле булды. Бында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла был хәрәкәттең традицион йолаларын үтәне: көлтә урҙы, “һаҡал” үрҙе, ураҡтарға рәхмәт уҡыны, улар ярҙамында күрәҙәлек итте, ураҡсыларға көстәрен кире ҡайтарһын өсөн, урылған баҫыуға ятып аунаны. Мәсетле районы исеменән фестивалдә “Рябинушка” рус йыры халыҡ ансамбле (етәксеһе Валентина Сизова) сығыш яһаны. Коллектив уйындар, йырҙар менән ҡомалаҡ йыйыу йолаһын күрһәтте. Йола сценарийы “Народный календарь. Август” методик йыйынтығына инде, ул фестиваль йомғаҡтары буйынса сығарыласаҡ. Коллектив етәксеһе Валентина Сизова “Русская традиционная культура по исследованиям фольклористов Нижегородской области” ижади лабораторияһы эшендә ҡат-нашты. Мәсетле районы мәҙәниәт бүлеге.