Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Ғинуар 2017, 02:00

Изге эштәр өсөн рәхмәтлебеҙ

11 ғинуар – Бөтә донъя Рәхмәт әйтеү көнө

Күптән түгел донъяның бөтә календарҙарында ла 11 ғинуар ғәҙәти булмаған датаға әйләнде. Ҡыштың был көнө асыҡ күңелле кешеләрҙең яҡтылығы һәм йылыһы менән тулған, теләктәрҙең ихласлығы менән һуғарылған. Ә барыһы ла халыҡ-ара тыныслыҡ урынлаштырыусы ойошмаларҙың тырышлығы менән тормошобоҙҙағы әһәмиәтле һәм сикһеҙ шәфҡәтле “рәхмәт” һүҙенең барлығын билдәләү традицияһы ойошторолоу арҡаһында. Ер йөҙөндәге һәр бер кеше көн һайын күп тапҡыр рәхмәт әйтә, бынан күңелдәрҙә йылы булып китә.
Беҙҙең гәзит уҡыусыларыбыҙ бөтә донъя рәхмәт әйтеү көнөндә кемгә рәхмәтен белдерер ине икән. Һеҙҙең иғтибарға ихлас күңелдән яңғыраған рәхмәт һүҙҙәрен тәҡдим итәбеҙ.


Нәзирә Әхкәмова, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры (Оло Ыҡтамаҡ ауылы).
– Әлбиттә, һәр кем, тәү сиратта, үҙенең әсәһенә – үҙенә ғүмер бүләк иткән кешеһенә рәхмәтле. Мин үҙемдең әсәйем Йыһания Бикташеваға бик ныҡ рәхмәтлемен. Ғүмерем буйына мин яҡшы кешеләр солғанышында йәшәйем. Дуҫтарса мөнәсәбәттәре, ярҙамдары һәм яҡлауҙары өсөн коллегаларыма, дуҫтарыма, туғандарыма рәхмәт әйткем килә. Әүҙем эшмәкәрлектәре өсөн ауылдарҙың ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәйестәренә рәхмәт белдерәм. Үҙҙәренең шәхси ваҡыттары менән иҫәпләшмәйенсә, урындағы үҙидараға һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә теләктәшлек итеп, улар йәмәғәт башланғыс-тарында эшләй. Тағы ла, осраҡтан фай-ҙаланып, миңә таныш булмаған йәш кешегә рәхмәт белдерәм. Үткән йылдың февралендә район үҙәгенең Совет урамында үҙемдең автомобилдә көрткә барып керҙем. Аҡ джиптағы йәш кеше миңә көрттән сығырға ярҙам итте. Уның исем-фамилияһын иҫемдә ҡалдырманым, тик уның Оло Ыҡтамаҡ ауылынан булып, хәҙер Өфөлә йәшәүен генә беләм.

Люциә Закирйәнова, ветеран-уҡытыусы (Теләш ауылы):
–Кем менән генә эшләмәйем, ҡайҙа ғына булмайым, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер кешеләргә осрап торам. Ярҙамдары өсөн коллегаларыма, ауылдаштарыма, район мәғариф бүлеге белгестәренә, Теләш мәктәбе коллективына, башҡа мәғариф учреждениеларының уҡытыусы-ветерандарына бик ныҡ рәхмәтлемен. Теләш мәктәбен төҙөү мин етәкселек иткән йылдарға тура килде. Төҙөлөш ваҡытында Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе Нәҡи Әмиров, элекке колхоз етәкселеге һәм эшселәре, айырыуса водителдәр, ҙур ярҙам күрһәтте. Рәхмәт уларға. Хәҙер беҙ үткән ғүмеребеҙҙә ҡылған эштәребеҙҙең емештәрен татый торған йәшкә еткәнбеҙ. Үҙ балаларыбыҙ, элекке уҡыусылар иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Улар ярҙамы менән үҙебеҙҙе әле һаман йәш тоябыҙ.

Сажиҙә Ҡушанова, Әләгәҙ ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе:
–Яҡлау-хуплау булғанда, эшләүе еңелерәк һәм күңеллерәк. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар советында күптән инде татыу коллектив тупланған. Сараларҙы ойоштороуҙа Зәйтүнә Ғәликәева, Нәсимә Зарипова, Һәҙиә Абдуллина, Зилә Аҡмалова, Миләүшә Шәйәхмәтова, Валентина Юдина, Венера Яҡупова, Мәрзиә Ғәниева, Сания Әйүпова, Тамара Запольских, Зифа Абдулхакова, Флүрә Саҙрыева, Галина Бурылова әүҙем ҡатнаша. Даими бағыусыларыбыҙ ҙа бар. Улар: Әлфиә Байрамғолова, Рим Носратуллин, Рәғиҙә Хафизова, Кифая Шәмсиева. Барыһына ла ҙур рәхмәт.
Гөлнәзирә Дәүләтова, Һабанаҡ ауылы старостаһы:
– Мин ҙур илебеҙҙең Президенты Владимир Владимирович Путинға рәхмәтлемен. Күп милләтле Рәсәйҙә тыныслыҡ хөкөм һөрә. Беҙгә, хаҡлы ялдағыларға, пенсия ваҡытында түләнә. Яҡшы йәшәйбеҙ, һаулыҡ ҡына булһын.
Шулай уҡ ауылыбыҙ уҡытыусыларына рәхмәт әйткем килә. Мәктәп – ул тормош усағы, беҙҙең киләсәк. Ул артабан да эшләһен өсөн Һабанаҡ мәктәбе коллективы бөтә көсөн һала.

Әхмәтнур Хафизов, Ҡотош ауылы старостаһы:
– “Ислам нуры” мәсетен төҙөү өҫтөндәбеҙ. Алла бойорһа, быйыл йәй уны тантаналы асырға уйлайбыҙ. Был изге эшкә финанс яҡтан ярҙам күрһәткән ауылдаштарыма рәхмәтлемен. Бинаны яңынан күтәреүҙә Әнүәр Ғәлимов, Вәлинур Нафиҡов, Миндияр Әһлетдинов, Урал Абдуллин, Ильяс Йәрмөхәмәтов, Заһир Фәтихов әүҙем ҡатнаша. Ҡотош ауылында тыуғандар: Өфөнән аталы-уллы Вил һәм Рәил Кәлимуллиндар, район үҙәгенән Лилиә Сабирова, урындағы фермер Урал Әхмәҙуллин ҙур бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Ә инде Өфөнән Райхана Абдулхаева документтарҙы рәсмиләштереүҙә ярҙамлашты. Бөтә ауылдаштарыма ла рәхмәтлемен. Бындай ҙур эште тик дөйөм тырышлыҡ менән генә башҡарып була.

Анфиса Ғәйнетдинова, Дыуан-Мәсетле мәктәбе директоры:
– “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы буйынса бөтәһе 670 мең һумға мәктәптең тәҙрәләрен алмаштырыу планлаштырылған. Шул сумманың 119 мең һумын беҙ үҙ көсөбөҙ менән йыйҙыҡ. Мин, инициатива төркөмө етәксеһе һәм мәктәп директоры булараҡ, ата-әсәләргә, ауылдаштарға аңлағандары һәм ярҙам иткәндәре өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Һәр ғаилә финанс ярҙам күрһәтте. Мәктәпте тамамлаусылар ҙа ситтә ҡалманы. Өфөнән Зөфәр Абдуллин, Рәфис Фәрхитов, Рәил Ханов, ауыл эшҡыуары Родион Мортазин, Златоустан эшҡыуар Дим Әхмәт- йәров (ул йыл һайын беҙгә үҫентеләр килтерә, музыка аппаратураһы һатып алды), Риф Хәкимов, район Хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Әхмәтшин, ауыл биләмәһе башлығы Мәғәмүр Ханнанов, балалар баҡсаһы мөдире Айһылыу Байрамғолова улдары менән һәм хөрмәтле ветеран- уҡытыусыларыбыҙ Дим Ишбулатов, Сара Мөхәмәтуллина балалары менән бергә ҙур суммала аҡсалата ярҙам күрһәтте. Мәктәп коллективының ярҙамынан тыш бындай ҙур эште атҡарып сығыу мөмкин түгел. Барыһына ла ҙур рәхмәт! Дөйөм тырышлыҡ менән мәктәбебеҙ тағы ла йәмлерәк һәм матурыраҡ булыр.


Зөһрә ҒӘНИЕВА
әңгәмәләште.