Мәсетле тормошо
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәп тормошо
2 Октябрь 2018, 17:01

Макулатура тапшыр һәм ағасты ҡотҡар

Сентябрҙә Оло Ыҡтамаҡ лицейында “Макулатура тапшыр һәм ағасты ҡотҡар!” эко-акцияһы старт алды.

Ай дауамында 1-9 класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре энтузиазм һәм көнәркәшлек менән лицейға бик күп иҫке гәзит һәм журналдар, башҡа ҡағыҙҙар килтерҙе. Бөтә кластар ҙа был акцияла әүҙем ҡатнашты һәм 1150 килограмдан ашыу макулатура йыйҙы. Был аҙмы, әллә күпме? Беҙҙеке кеүек мәктәп өсөн әллә ни күп тә түгел. Ә статистика күҙлегенән ҡарағанда, беҙ бөгөн 15 ҙур ағасты киҫеүҙән ҡотҡарҙыҡ. Ә бит уларҙы үҫтереү өсөн генә лә 50 йыллап ваҡыт үтер ине.

Акцияла ҡатнашып, һәр бала тәбиғәткә ҙур файҙа килтерҙе. Уның йомғаҡтары буйынса лицейҙа 6 “в” класы уҡыусылары (класс етәксеһе Т. В. Сычкина), 312 кг макулатура йыйып, ҙур айырма менән беренсе урын алды. Афарин, малайҙар һәм ҡыҙҙар! 218 кг йыйған 6 ”а”класы (Р. М. Хорамшина) икенсе урын яуланы. Ә 158 кг тапшырған 4 ”г” класы (Р. А. Мәғәсүмова) өсөнсө булды.

Шулай уҡ 8”б” (Г. Х. Мыр-ҙағолова) һәм 5 “а” (З. З. Михайлова) кластары айырылып торҙо – 125 кг һәм 89 кг. Акцияла ҡатнашҡан барлыҡ кластар ҙа рәхмәт хаттары һәм татлы приз-дар менән бүләкләнәсәк.

Көнкүрештә һәм производствола йыйылған ҡалдыҡтарҙы ҡабаттан эшкәртеүгә тапшырыу һәр кемдең экологик мәҙәниәтенә әйләнһен. Һаҡсыллыҡ – ул отошло һәм уңайлы.

“Бал ҡорто” йәмәғәт ойошмаһы активы.