Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәктәп тормошо
2 Октябрь 2018, 15:04

Ә һеҙ әҙерме?

Беҙ, Әбдрәхим мәктәбенең 6-7-се класс уҡыусылары Гөлсөм Сабир ҡыҙы Ғәйфуллина етәкселегендә Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы 86-сы янғын һүндереү-ҡотҡарыу часында экскурсияла булдыҡ.

Беҙҙе ҡарауыл етәксеһе Андрей Комлев ҡаршы алды. Хеҙмәт менән таныштырыуҙы ул диспетчер бүлмәһенән башланы. Бында ул кеше ғүмеренең иң ҙур ҡиммәт икәнен аңлатты, янғын хаҡындағы сигнал нисек ҡабул ителеүе тураһында һөйләне, ниндәй нөктәнән, кем хәбәр итеүен билдәле бер приборҙар теркәп барыуын күр-һәтте. Район эсендәге һәр объектҡа янғын тураһында иҫкәртеүсе сигнализация ҡуйылыуы, шул иҫәптән уның беҙҙең мәктәптә лә булыуы тураһында әйтте.

Беҙҙең өсөн иң ҡыҙыҡлыһы шартлы янғын ваҡытында беҙҙең үҙебеҙҙе нисек тотошоуыбыҙҙы тикшереү булғандыр, моғайын. “Янғын ваҡытында үҙеңде нисек тоторһоң?” темаһына төрлө хәлдәр тәҡдим ителеүе лә беҙгә бик оҡшаны.

Артабан беҙгә янғын һүндереү өсөн тәғәйенләнгән техника һәм был хеҙмәт кешеләренең махсус кейемдәрен күр-һәттеләр. Уңайы тура килгәндә хеҙмәт автомобиленең кабинаһында ултырып һәм махсус кейемде кейеп ҡарау мөмкинлеген дә ҡулдан ысҡындырманыҡ. Ҡарауыл начальнигы янғын һүндереүселәрҙең һәр саҡ уяу, кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалырға әҙер булыуҙарын әйтте.

Беҙҙә был профессияға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянды һәм “Янғын һүндереүсе ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш һәм был һөнәргә ҡайҙа уҡырға була?” – тигән һорау бирҙек.

– Екатеринбург ҡалаһында Рәсәй МЧС-ының Урал дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәт институты бар. Ә янғын һүндереүсе булыу өсөн яҡшы уҡырға, сыҙамлы булырға, үҙеңде физик һәм психологик яҡтан әҙерләргә кәрәк, – тине Андрей Николаевич.

Осрашыу һуңында беҙ иҫтәлеккә фотоға төштөк, янғын һүндереүселәргә еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләнек һәм экскурсия үткәргәндәре өсөн рәхмәт әйтеп һаубуллаштыҡ.

Фирүзә НУРЕТДИНОВА,

Әбдрәхим мәктәбенең

7-се класс уҡыусыһы.