

Һәр оло кеше, бала сағын иҫкә төшөрөү менән, иң беренсе мәктәп йылдарын хәтерләй. Ул ваҡыттар кеше тормошонда иң күңелле, хәсрәтһеҙ, проблемаһыҙ мәл.
Беҙҙең Мәсетле районында егерме мәктәп бар. Һәр мәктәп үҙенсәлекле: номеры, нигеҙләнгән датаһы, урынлашҡан ере, уҡытыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр коллективы, уҡыусылары, сығарылыш уҡыусыларының һаны һәм үҙ тарихы менән айырылып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәптәр һаны йылдан-йыл кәмей бара. Ауылдарҙа балалар һаны аҙайтыу сәбәпле мәктәптәр ябыла. Хәҙерге ваҡытта ауылдарҙағы бәләкәй мәктәптәрҙә парталар артында биш-ун уҡыусы ултыра, шуның өсөн хөкүмәтебеҙ ундай мәктәптәрҙе рентабелһеҙ тип таный. Был бик ауыр, ҡыҙғаныс күренеш. Мәктәп бит ауылда белем усағы ғына түгел, ә төп тормош сығанағы, дөйөм бер социаль үҙәк булып тора. Шулай уҡ мәктәп – ауылдың бөгөнгөһөн һәм киләсәген тәрбиәләгән урын. Мәктәп бар ерҙә йәшәйеш тә бар.
Минең бөгөнгө әйтер һүҙем Оло Ҡыҙылбай мәктәбе тураһында. Оло Ҡыҙылбай башланғыс мәктәбе – Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһы филиалы.
Оло Ҡыҙылбай мәктәбе районыбыҙҙа бай тарихлы мәктәптәрҙең береһе булып тора. Быйыл беҙҙең мәктәп ҙур юбилейын – 110 йыллығын билдәләй. Был оло ваҡиға – беҙҙең уҡытыусылар, уҡыусылар һәм барлыҡ хеҙмәткәрҙәр өсөн ғорурлыҡ һәм бәхет сығанағы. 110 йыл эсендә мәктәп күп быуындарҙы белем менән тәьмин иткән, уларҙың күңеленә изгелек орлоғон сәскән, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләгән. Мәктәбебеҙҙең ишектәре һәр ваҡыт асыҡ.
Белем усағы үҙенең тарихы менән данлыҡлы. Уның тарихи тамырҙары егерменсе быуат башына барып тоташа. 1916 йылдың октябрь айында Златоуст земство управаһы тарафынан ауылда мәктәп асылып, уҡыуҙар башлана. Тәүге мөғәллим Абдулла ауылынан Красноуфимск мәктәбен тамамлаған Мофазалов Әбелкәрәм Кашаф улы була. Уҡыуҙар шәхси өйҙәрҙә татар-башҡорт диалектында алып барыла. Ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн уҡытыу айырым ойошторолған була. Артабан уҡытыусы Хәбибуллин Шаһикамал ауыл балаларына аң-белем биреүгә күп көс һала.
1937 йылдарҙа халыҡтың һорауы буйынса Оло Ҡыҙылбай ауылында ете йыллыҡ мәктәп асыла. Ҡәһәрле, ауыр һуғыш йылдарында ла мәктәп үҙ эшен туҡтатмай. Ас-яланғас ауыл балалары, ололар менән бер рәттән колхозда эшләп, фронтҡа ярҙам итә, уҡыуҙарын өҙмәҫкә тырыша.
1961 йылдарҙа Ҡыҙылбай мәктәбе һигеҙ йыллыҡ мәктәп итеп үҙгәртелә. Ҡыҙылбай мәктәбе үҙ дәүерендә бик күп балаларға белем биреп, тормош юлына сығарған.
Ошо мәктәптә бөтә көс-тырышлыҡтарын һалып эшләгән уҡытыусылар тураһында йылы һүҙҙәр әйтке килә. Улар – Хәбибуллин Шаһикамал, Аҡмалов Зөфәр, Зарипов Ләбиб Атип улы, Шабанов Рәхимйән Нурмөхәмәт улы, Сафина Миңлеямал, Миниғәлина Флүрә, Мөхәмәтов Солтан менән Мөхәмәтова Фәрхәнә, Аҡмалова Мәрйәм, Зарипова Миңлеямал, Исрафилова Рәҡиә, Ғиззәтова Нәсимә Фәррәх ҡыҙы, Минибаев Сәлим Уйылдан улы, Сөнәғәтуллин Әхмәтзыя Кинйә-бай улы, Йәнүрова Фәүзиә Гәрәй ҡыҙы.
Мәктәп директорҙары Лоҡманова Сара, Мөхәмәтов Солтан, Аҡмалов Зөфәр, Зарипов Ләбиб Атип улы, Хизбуллин Ғифәт Әҙиәт улы, Йәрмөхәмәтов Ғәли Таһир улы, Мөҡсинова Сәүиә Әхтәмйән ҡыҙы оло ихтирамға лайыҡ.
Оптимизация Оло Ҡыҙылбай мәктәбен дә урап үтмәне. 2010 йылда мәктәп Оло Ҡыҙылбай ауылындағы балалар баҡсаһы бинаһына күсте, ә 2012 йылда Әләгәҙ урта дөйөм белем биреү мәктәбенә филиал хоҡуғында ҡушылыу юлы менән үҙгәртеп ҡоролдо. 2017 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһына филиал хоҡуғында ҡушылыу юлы менән үҙгәртелде.
Минең хеҙмәт юлым ошо Оло Ҡыҙылбай мәктәбенән башланды, һәм бөгөнгө көндә лә ошо изге усаҡта эшләйем. Мәктәп – ул минең өсөн ябай ғына эш урыны түгел, ә икенсе өй, йөрәгемдең бер өлөшө.
Хеҙмәт юлымды иҫкә алғанда, күҙ алдына иң тәүҙә бергә эшләгән хөрмәтле хеҙмәттәштәрем килә. Беҙ йылдар буйына иңгә-иң терәп, бер ғаилә кеүек эшләнек, һәр ҡыйынлыҡты бергә еңдек. Бөгөн, ошо мәктәптең матур юбилейы көнөндә, изге белем юлында минең менән йәнәшә атлаған, үҙҙәренең аҡылы, сабырлығы һәм һөнәри оҫталығы менән өлгө булған уҡытыусыларыбыҙҙың исемдәрен атап үтергә теләйем. Улар минең өсөн ябай коллега ғына түгел, ә ысын дуҫтар булдылар: Ғиззәтова Нәсимә Харрас ҡыҙы, Йәрмөхәмәтова Динә Ғәйнулла ҡыҙы, Йәрмөхәмәтов Ғәли Таһир улы, Мөҡсинова Сәүиә Әхтәмйән ҡыҙы, Миниғәлина Ирина Хәмит ҡыҙы, Мостаева Дамира Ғәли ҡыҙы, Зарипова Фәниә Миңлеғәли ҡыҙы, Ғәлләүева Нургизә Вәхит ҡыҙы, Хәмзина Гөлшат Фәттәх ҡыҙы, Ғарипова Нурания Мәҡсүт ҡыҙы, Әҙиәтуллина Әсмә Рауил ҡыҙы, Хизбуллина Рузиә Ниғмәт ҡыҙы, Ғәлләүева Лариса Рәҡип ҡыҙы, Фәрхиуллина Ленария Мөхәмәтнур ҡыҙы, Хөснуллина Рәҡибә Раһип ҡыҙы, Даянова Зөлфиә Рим ҡыҙы, Хәйруллина Лилиә Фәйзулла ҡыҙы, Шәрәфетдинова Гөлназ Хәмзә ҡыҙы, Әхмәтханова Гүзәлиә Рәхимйән ҡыҙы, Мамаева Лилиә Ким ҡыҙы, Хөсәйенова Ираида Викторовна, Низаметдинов Наил Фаил улы, Мөҡсинова Сөмбөл Марсель ҡыҙы, Зиннурова Гүзәлиә Фазылйән ҡыҙы, Ғәлиәскәрова Әлфирә Әлтәф ҡыҙы, Хәйерзаманов Роберт Рифат улы, Сибәғәтуллин Эдуард Нияз улы, Ғәлләүева Ирина Ринат ҡыҙы. Уларҙың һәр береһе мәктәп тарихында үҙенең яҡты эҙен ҡалдырҙы. Ошо йылдар эсендә беҙҙең арала булған ихласлыҡ һәм үҙ-ара ярҙам өсөн уларға сикһеҙ рәхмәтлемен.
Йылдар үтһә лә, балаларҙы һаман ихлас һөйөү һәм ҙур яуаплылыҡ менән ҡаршы алам. Үҙ эшемә, уҡыусыларыма һәм мәктәбемә һәр саҡ ҙур хөрмәт, сикһеҙ һөйөү һәм саф күңел менән ҡарайым. Һәр иртә мәктәп тупһаһын атлап ингәндә, үҙемде иң бәхетле кеше итеп тоям. Был эштә икеләнеүгә урын юҡ – бында тик йөрәк ҡушыуы буйынса ғына эшләргә мөмкин. Балаларҙың йылмайыуы, уларҙың өндәшеүе, күҙҙәрендәге осҡон – былар барыһы ла минең өсөн ҙур илһам сығанағы. Һәр дәрескә, һәр сараға бар күңелемде һалып, ихлас әҙерләнәм. Эшемдәге һәр көнөм, һәр минут – ул тормошомдоң ҡәҙерле биттәре. Ошо изге усаҡта эшләп, балаларға белем һәм тәрбиә биреү – оло бәхет һәм ғүмерлек яҙмыш.
Бында һәр көн яңы асыштар, балаларҙың саф ҡараштары һәм йылы хәтирәләр менән тулы. Уҡыусыларымдың уңыштарын күреү – иң ҙур бәхет. Үҙемдең яратҡан эшемдә булыуыма һәм һәр иртә мәктәп тупһаһын атлап инеүемә сикһеҙ шатмын. Мәктәп – ул мәңгелек йәшлек һәм тормош мәғәнәһе!
Ҡыҙылбай мәктәбенең 110 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Оло Ҡыҙылбай ауылы халҡын, ошо мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаған уҡыусыларҙы, шул мәктәптә ҡасандыр белем биргән уҡытыусыларҙы, хәҙерге ваҡытта ошо мәктәптә уҡыусы балаларҙы, уларҙың ата-әсәләрен ысын күңелдән ҡотлайым. Барығыҙға ла уңыштар, бәхет һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем!
Матур юбилейың менән, мәктәбем! Мәктәп йылдары – кеше ғүмеренең ҡабатланмаҫ матур бер миҙгеле. Һәр бала өсөн мәктәп – белем усағы, тыуған йорто, ҡанат нығытыр ояһы. Мәктәп – тыуған ер йылыһын биреүсе, бала саҡ һәм үҫмер йылдар иҫтәлеген һаҡлаусы, йылдар дауамында үҙенә саҡырып, ололап ҡаршы алыусы изге йорт ул.
Рәхилә ЙӘРМӨХӘМӘТОВА,
Оло Ҡыҙылбай башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы.