Мәғариф
15 Октября , 10:00

Балаларға һәләттәрен асырға ярҙам итәләр

8 октябрҙә өҫтәмә белем биреү педагогтары һөнәри байрамдарын билдәләне. Өҫтәмә белем биреүсе педагогтар балаларҙың ижади һәләтен асыуҙа мөһим роль үтәй: ҡыҙыҡһыныу уята һәм үҙен табырға ярҙам итә – план буйынса ла, график буйынса ла түгел, ә ихлас һәм мауығып.

Добавить в предпочтительные источники Google
Балаларға һәләттәрен асырға ярҙам итәләрБалаларға һәләттәрен асырға ярҙам итәләр
Балаларға һәләттәрен асырға ярҙам итәләр

Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто уҡытыусылары балаларға матурлыҡ донъяһына асҡыс бүләк итә. Уларҙың хеҙмәт һөҙөмтәһе – район, республика һәм Рәсәй ижади конкурстарында даими еңеүҙәр һәм призлы урындар.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда 10 йылдан ашыу Гүзәлиә Әхмәтханова етәкселек итә. Гүзәлиә Рәхимйән ҡыҙы матди-техник базаны нығытыуға ҙур иғтибар бүлә. Пионер­ҙар йортонда балаларҙың һәр яҡлап үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдырыла: яңы түңәрәктәр һәм йүнәлештәр асыла, заманса белем биреү программалары барлыҡҡа килә. Өҫтәмә белем биреү йорто хыялдарҙы тормошҡа ашырған, ижади һәләттәр асылған һәм ысын лидерҙар формалашҡан урынға әйләнә.
Лилиә Мөхөбуллина – “МиФ” ижади берекмәһе етәксеһе. Лилиә Мансур ҡыҙының тәрбиәләнеүселәренең эштәре йыл һайын район һәм республика күргәҙмәләренең төп биҙәге булып тора, һәр ваҡыт абруйлы конкурстарҙа призлы урындар яулай. Уларҙың ҡулдары ғәжәйеп әйберҙәр барлыҡҡа килтерә: зауыҡлы панно һәм абажурҙар, нескә декоратив кәрзиндәр һәм салфеткалар, стилле сумкалар, автор биҙәүестәре һәм иҫтәлекле сувенирҙар. Шуның менән бергә эстетик зауыҡ тыуа. Лилиә Мансур ҡыҙы йыш ҡына муниципаль конкурс­тарҙа жюри ағзаһы, аттестация комиссияларында ҡатнашыусы һәм коллегалары өсөн остаз булып тора, даими оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
Лилиә Сабирова “Йәш рәссам” берекмәһе менән етәкселек итә. Лилиә Муллайән ҡыҙының программаһы – һынлы грамота нигеҙҙәрен тәрән өйрәнеүҙе үҙ эсенә алған уйланылған система. Күргәҙмә әсбаптар, ентекле һайланған методик әҙәбиәт һәм, иң мөһиме, һиҙгер шәхси ҡараш балалар­ҙың потенциалын асырға мөмкинлек бирә. Ул асыҡ дәрестәрҙә һәм оҫталыҡ дәрестәрендә коллегаларына балала нисек ҡыҙыҡһыныу уятырға кәрәклеген күрһәтә.
Фәнгизә Ғарипова 1999 йылдан Яңы Яуыш мәктәбе ҡарамағындағы “Оҫталыҡ сығанағында” берекмәһе менән етәкселек итә. Ул һәр баланың һәләтен күрә һәм уға асылырға ярҙам итә белә. Дәрестәрҙә күреп иҫтә ҡалдырыу, образлы фекерләү һәм эстетик ҡабул итеүҙе үҫтереү өҫтөндә маҡсатлы эшләй. Берләшмә тәрбиәләнеүселәре йыл һайын район һәм республика конкурстарында уңышлы сығыш яһай. Призлы урындар, дипломдар һәм грамоталар – уның педагогик алымдарының һөҙөмтәлелеген һәм юғары әҙерлек кимәлен раҫлаусы иң яҡшы дәлил. Фәнгизә Таиф ҡыҙы балаларҙа хеҙмәткә һөйөү, тыуған яҡтың тарихына һәм тәбиғәтенә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда Ләйсән Ғилметдинова етәкселегендә “Ижад мозаикаһы” берекмәһе уңышлы эшләй. Педагог уҡыусылар­ҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә һәм уларҙы һәр яҡлап үҫешкән шәхес итеп формалаштырыуға йүнәлтелгән уникаль өс йыллыҡ программа әҙерләгән. Үҙенең эшендә ул индивидуаль һәм дифференциаль алым ҡуллана, был һәр баланың потенциалын асырға мөмкинлек бирә.
“Тылсымлы сәйлән” берекмәһен етәкләгән Зәлифә Ҡәләмова дәрестәрендә еп менән энә, бәйләү ырғағы һәм төрлө сағыу төҫлө сәйләндәр ысын сән­ғәт әҫәрҙәре тыуҙырырға ярҙам итә. Программа баланы ябайҙан ҡатмарлыға алып барыу ысулы менән төҙөлгән – биҙәүҙең төп техникаһын үҙләштереүҙән алып ҡатмарлы автор композицияларын төҙөүгә тиклем өйрәнәләр. Дәрестәр ваҡ моториканы ғына түгел, ә эстетик зауыҡты ла үҫтерә, хеҙмәткә хөрмәт тәрбиәләй һәм сабыр булырға өйрәтә.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА
әҙерләне.

Автор: