

Мәсетле районы хакимиәте башлығы премияһы юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән уҡыусыларға тапшырылды. Улар араһында Оло Ыҡтамаҡ лицейын тамамлаусы Айҙар Ҡәйүмов бар. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Айҙар өс фән буйынса юғары балл йыйған: химия (88), рус теле (81), математика (88). Класс етәксеһе – Лилиә Сибәғәтова, химия уҡытыусыһы – Ирина Миндийәрова, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – Ольга Дәүләтшина, математика уҡытыусыһы – Әлфиә Ғәлимова.
Әләгәҙ мәктәбен тамамлаусылар ҙа лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәтте: Илья Кузнецов математика (88) һәм физика (96) буйынса юғары һөҙөмтәләргә өлгәште (класс етәксеһе – Юлиә Арсулоева, математика уҡытыусыһы – Лариса Ғәлләүева, физика уҡытыусыһы – Зөлфиә Нәжипова), Екатерина Шәһәүетдинова рус теле (86), математиканан (82) яҡшы күрһәткестәр алды (класс етәксеһе – Юлиә Арсулоева, рус теле уҡытыусыһы – Раушания Нәбиуллина, математика уҡытыусыһы – Лариса Ғәлләүева).
Шулай уҡ Түбәнге Бобин мәктәбен тамамлаусылар бүләкләнде: әҙәбиәт (84) һәм йәмғиәтте өйрәнеү (86) буйынса юғары балға өлгәшкән Анна Бутько (класс етәксеһе һәм рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – Анна Рамазанова, йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы – Румия Ғәбитова) һәм рус теленән юғары балл йыйған (81) Алина Кашапова (класс етәксеһе һәм рус теле уҡытыусыһы – Анна Рамазанова).
Бынан тыш, сығарылыш синыфы уҡыусыларының ата-әсәләренә Мәсетле районы хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: быйыл районда бөтә 59 сығарылыш уҡыусыһы урта дөйөм белем тураһында аттестат алды, улар араһында алтауһы – алтын, туғыҙы көмөш миҙалға лайыҡ булды.
Бынан тыш, Башҡортостанда профилле математика буйынса берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен анализланылар. Республика Мәғариф министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, сығарылыш уҡыусылары өлгәшеү йәһәтенән уҙған йылға ҡарағанда яҡшыраҡ һөҙөмтә күрһәткән. Был фән буйынса уртаса балл 69,1-кә тиклем артҡан, ул уртаса Рәсәй күрһәткесенән 2,8 балға күберәк. 14 кеше 100 балл туплаған. Тағы 2161 уҡыусы – 81 һәм унан юғары, ә 5070 уҡыусы 61 һәм унан юғары балл алған.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.