

Сараға яҙыусы Ринат Камал үҙе, “Һәнәк” журналының баш мөхәррире Илгиз Ишбулатов, район мәғариф бүлеге методисы Венера Шафиҡова, “Байрам” ҡумыҙсылар ансамбле һәм абруйлы ауылдаштар саҡырылғайны, уҡытыусылар, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
Ҡунаҡтарҙы мәктәп фойеһында милли бейеүҙәр һәм йырҙар менән ҡаршы алдылар, шулай уҡ бауырһаҡ һәм ҡымыҙ менән һыйланылар.
Яҙыусының шәхси мөйөшөнә айырыуса иғтибар бүлеп, мәктәп музейы менән танышҡандан һуң, ҡунаҡтар икенсе ҡатҡа күтәрелде. Бында Ринат Камал һәм Илгиз Ишбулатов, яҙыусы һәм яҡташ исемен йөрөткән кабинетты асып, тантаналы рәүештә ҡыҙыл таҫманы киҫте. Унда әҙиптең тормошона һәм ижадына арналған стенд эшләнгән, шулай уҡ уның китаптары һәм баҫмалары тупланған. Яңы кабинетты ҡарап сыҡҡас, барлыҡ ҡатнашыусылар иҫтәлеккә фотоға төштө.
Сара мәктәптең тамашалар залында дауам итте. Уҡыусылар һәм саҡырылған артистар сағыу номерҙар менән сығыш яһаны. Венера Шафиҡова мәғариф бүлеге исеменән мәктәп китапханаһына китаптар бүләк итте, ә Илгиз Ишбулатов барыһына ла “Һәнәк” журналының яңы һандарын тапшырҙы.
Ринат Камал ғаиләһе, мәктәп йылдары, тыуған ауылында бала сағы һәм яҙыусылыҡ ижадына юлы хаҡында һөйләне. Ул йәштәргә мөрәжәғәт итеп, һөнәр алғандан һуң тыуған яҡтарына ҡайтырға саҡырҙы. Яҙыусы уҡыусыларға һәм байрам ҡунаҡтарына журналдар, китаптар бүләк итте.
Артабан һүҙ Ринат Камалға белем биргән тарих уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны Дим Ишбулатовҡа һәм ауылдашы, яҙыусының ғаилә дуҫы Рев Хәкимовҡа бирелде. Әйткәндәй, йыл башында Рев Хәкимов мәктәпкә уҡыусылар өсөн һигеҙ комплект башҡорт бейеү костюмы тапшырған. Сағыу матур кейем хәҙер мәҙәни сараларға милли төҫ бирә.
Ринат Камал исемендәге кабинетты асыу мәктәп һәм ауыл тормошо өсөн мөһим ваҡиғаға әйләнде. Бындай саралар быуындар бәйләнешен нығыта, телебеҙгә һөйөүҙе арттыра, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтерә.
Луиза ЗАКИРОВА.