Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Март , 16:20

Йәш мәсетлеләр абруйлы конкурста еңде

Яңыраҡ Башҡортостандың баш ҡалаһында “Һинең юлың” хәрәкәте фестивале сиктәрендә ойошторолған “Төп сәхнә” халыҡ-ара күп жанрлы конкурс-фестивале уҙҙы. Сара Өфө ҡалаһының балалар филармонияһында ойошторолдо һәм төбәктең иң яҡшы ижади балалар коллективтарын йыйҙы.

Йәш мәсетлеләр абруйлы конкурста еңде
Йәш мәсетлеләр абруйлы конкурста еңде

Конкурста Оло Ыҡтамаҡ ауылынан өс балалар коллективы, йәмғеһе 54 йәш бейеүсе ҡатнашты.
“Миләш” балалар баҡсаһының “Миләш” студияһы тәрбиәләнеүселәре “Әсәйемә” бейеүен күрһәтте. Төркөм составында 14 бәләкәй артист сығыш яһаны, уларҙың тәрбиәсеһе – Гөлнара Сафиева. Оло Ыҡтамаҡ ауылы лицейының 20 уҡыусыһынан тор-ған “Шаян балалар” берекмәһе (класс етәксеһе Рита Мәғәсүмова) үҙ оҫталығын күрһәтте. Шулай уҡ Башҡорт гимназияһының “Бергә” ансамбленән 20 бала “Юлдар” бейеүе менән сығыш яһаны. Уларҙың һәр береһе профессиональ жюри алдында үҙенең оҫталығын күрһәтә алды. Барлыҡ ижади коллективтар менән тәжрибәле педагог Альбина Закирова етәкселек итә.
– Балалар өсөн был конкурс бөтә ҡеүәтте асырға мөмкинлек биргән тәүге ҙур һынау булды. Беҙ уға оҙаҡ әҙерләндек һәм репетициялар яһаныҡ, һәр хәрәкәтте шымарттыҡ. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: костюмдарҙы һәм сәфәргә сығымдарҙы йәш таланттарҙың ата-әсәләре үҙҙәре финансланы. Уларҙың индергән өлөшө һәм ярҙамы баһалап бөткөһөҙ – тап өлкәндәрҙең ярҙамы менән балалар бындай юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә алды, – тип уртаҡлашты Альбина Әшрәф ҡыҙы.
Жюри ағзалары йәш мәсетлеләрҙең башҡарыу сәнғәтенең юғары кимәлен, хореографияны тәрән белеүен һәм сәхнәлә үҙҙәрен тотоу һәләтен билдәләне.
Фестиваль йомғаҡтары буйынса бөтә ҡатнашыусылар ҙа лайыҡлы наградалар алды – I дәрәжә лауреат исемдәрен яуланылар.
Еңеү балаларҙы артабан барырға, яңы маҡсаттар ҡуйырға һәм бейеү сәнғәтендә яңы үрҙәргә өлгәшергә дәртләндерә. Ул ижади һәләттәрен артабан үҫтереү перспективаларын асҡан һәр йәш артистың тормошонда мөһим этап булып тора.

Луиза ЗАКИРОВА.

Автор: