Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Февраль , 16:00

Баш ҡалаға фәһемле сәфәр

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһенә ярашлы, шайморатовсылар кластарын Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең Өфө юғары уҡыу йорттары студенттары кампусына алып барыу ойошторолдо.

Баш ҡалаға фәһемле сәфәр
Баш ҡалаға фәһемле сәфәр

Үҙәктә Мәсетле районы уҡыусылары ла булды. Экскурсияла Яңы Мишәр мәктәбенең туғыҙынсы, Х. Я. Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле мәктәбенең алтынсы һәм туғыҙынсы, Яңы Яуыштан һигеҙенсе класс уҡыусылары ҡатнашты. 23 уҡыусыны Яңы Яуыш мәктәбенән класс етәксеһе Әлфиә Ғәлина һәм Дыуан-Мәсетле мәктәбенән класс етәксеһе Фәрдиән Мөхәмәтов оҙатып барҙы.
Сара барышында уҡыусылар кампуста тәҡдим ителгән заманса белем биреү технологиялары һәм ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге мөмкинлектәре менән танышты.
Яңы Яуыш мәктәбенең һигеҙенсе класс уҡыусыһы Диана Вәхитова баш ҡалала сәйәхәт ваҡытында алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
– Миңә бигерәк тә кампус бинаһы, умартасы айыу һыны һәм ҡаласыҡ макеты оҡшаны. Шулай уҡ лаборатория буйлап сәфәр хәтерҙә ҡалды. Кампус алдында – төрлө телдәрҙә сәләмләү телмәре менән бағаналар, ә бина эсендә формулалар менән квадрат бағаналар тора. Класс менән сәфәр яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Экскурсия ҡыҙҙарҙың һәм егеттәрҙең белем даирәһен киңәйтә һәм фәндәрҙе артабан өйрәнеүгә дәртләндерә. Кампус менән танышыу ғилми эшмәкәрлеккә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра һәм профессиональ үҙбилдәләнешкә булышлыҡ итә.
– Экскурсовод бина дизайнының үҙенсәлектәрен ентекләп һөйләне һәм күрһәтте, – ти һигеҙенсе кластың етәксеһе Әлфиә Сабирйән ҡыҙы. – Үҙенсәлекле архитектура һәм биҙәктең һәр бер элементының уйланылғанлығы айырыуса иғтибарҙы йәлеп итте. Мәҫәлән, беренсе ҡатта эшләп бөтөрөргә кәрәкле ун тигеҙләмә яҙылған колонналар урынлашҡан, был шунда уҡ фән һәм тикшеренеүҙәр атмосфераһына алып инә. Юғары ҡаттарҙа төрлө университеттарҙың лабораториялары урынлашҡан, уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенең
үҙенсәлеге һәм инновация менән таң ҡалдыра. Беҙ углеродтың төрлө конфигурацияһынан матдәләрҙе өйрәнеү лабораторияһында булдыҡ, киндерҙән эшләнгән изделиеларҙы күрҙек, заманса 3D-технология мөмкинлектәре менән таныштыҡ һәм хатта эшселәрҙең һаулығын күҙәтеүсе датчиктар менән йыһазландырылған аҡыллы махсус кейем кейеп ҡараныҡ. Айырым аддитив технологиялар лабораторияһын билдәләп үтке килә, унда керамика һәм пластиктан ваҡытлыса импланттар булдырыла. Был беҙҙе хайран ҡалдырҙы һәм яңы асыштарға илһамландыр-ҙы! Буласаҡ ҡаласыҡтың макеты ла уҡыусыларҙа ҙур тәьҫораттар тыуҙырҙы, уны университет кампусы янында төҙөү планлаштырыла. Ете яңы бина милли музыка ҡоралы булып торған ҡурайҙы символлаштыра, ә дөйөм дизайн ДНК молекулаһы элементтарын хәтерләтә. Интерьер ҙа ҡыҙыҡлы деталдәр менән биҙәлгән. Был ҡыҙыҡлы ғына түгел, ә фәһемле лә экскурсия булды. Карьера үҫеше һәм фәнни үҫеш мөмкинлектәрен билдәләп, беҙҙе юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә әүҙем агитацияланылар. Хәҙер уҡыусылар үҙҙәренең энергияһын һәм белемен ҡайҙа йүнәлтә алыуҙарын аныҡ белә.
Луиза ЗАКИРОВА.

Баш ҡалаға фәһемле сәфәр
Баш ҡалаға фәһемле сәфәр
Автор: