Уның маҡсаты – юлдарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен пропагандалау, шулай уҡ балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү. Балалар хәүефһеҙлеге мәсьәләләре каникул осоронда айырыуса көнүҙәк, шуға ла бындай саралар уҡыусыларҙы һаҡ булыуға әҙерләргә тейеш.
Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә юлда үҙеңде хәүефһеҙ тотоуға арналған тематик класс сәғәттәре уҙҙы. Уҡытыусылар балаларҙың каникулдан һуң транспорт мөхитенә яраҡлашыуына, юл аша үтеү ҡағиҙәләренә һәм юлда йөрөгәндә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтарҙың мотлаҡ булырға тейешлегенә иғтибарҙы йүнәлтте. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең килеүе сараға айырыуса әһәмиәт өҫтәне. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор Айгөл Шәйехова һәм юл-патруль хеҙмәтенең өлкән инспекторы, полиция лейтенанты Айнур Латипов уҡыусылар менән аңлатыу эштәре алып барҙы. Улар юл хәүефһеҙлеге темаһына ғына түгел, ә боҙға сығыу, төҙөлөштә булыу һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә лә ҡағылды.
Башҡорт гимназияһында акция тематик дәрестәр, класс сәғәттәре, балалар менән әңгәмәләр һәм юл хәүефһеҙлеге буйынса видеофильмдар ҡарауҙы үҙ эсенә алды.
Ҡорғат мәктәбендә каникул алдынан мотлаҡ инструктаж үткәрелде, ә ғинуарҙа өлкән класс уҡыусылары өсөн викториналар һәм башланғыс кластар өсөн юл билдәләре тураһында дәрестәр менән берҙәм Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре көнө ойошторолдо, тема шулай уҡ ата-әсәләр йыйылыштарында күтәрелде.
Йонос мәктәбендә иҫкәртеү әңгәмәһе менән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы инспекторы Алина Шәйехова сығыш яһаны.
Әләгәҙ мәктәбендә башланғыс синыф уҡыусылары Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен уйындар, викториналар һәм пазл-билдә йыйыу аша өйрәнде, өлкән класс уҡыусылары остаз ролендә сығыш яһап, уларға аңлайышлы инструктаж үткәрҙе.
Акцияға Оло Аҡа мәктәбе лә ҡушылды, унда уҡытыу интерактив форматта уҙҙы. Махсус эшләнгән майҙанда уҡыусылар үҙҙәрен инспектор ролендә һынап ҡараны, төрлө хәл-ваҡиғалар моделен әҙерләп, Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнде. Бындай уйын алымы балаларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен яҡшыраҡ үҙләштерергә мөмкинлек бирә.
Иҫкәртеү эше эстафетаһы лицейҙа дауам итте. Бында өлкән вожатыйҙар Гөлнур Ғиниәтуллина һәм Виктория Карагодина етәкселегендә Йәш инспекторҙар отряды эшмәкәрлеге ойошторолдо. Йәш инспекторҙар тиҫтерҙәре араһында Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеген аңлатты, акциялар үткәрҙе.
Барлыҡ был саралар йәш быуынды тәрбиәләүҙә бик мөһим, сөнки төп ҡағиҙәләр тураһында даими иҫкәртеү – юл-транспорт ваҡиғаларына юл ҡуймау ысулы.