Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто – ул ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса 10 ижади берекмә. Бында йыл һайын 6-18 йәштәрҙәге 300-гә яҡын бала шөғөлләнә. Дәрестәрҙә һәм күмәк сараларҙа тәрбиәләнеүселәр донъяны өйрәнә, тикшерә, оҫталыҡ туплай, үҙҙәренең ижади һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ ял итә, аралаша, дуҫтар таба.
Художество, туристик- тыуған яҡты өйрәнеү, техник, социаль-гуманитар, тәбиғи-ғилми йүнәлештәр буйынса белем биреү программалары алып барыла. Бынан тыш, район мәктәптәре ҡарамағында ижади берекмәләр эшләй.
Билдәләп үтергә кәрәк, яңыраҡ Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң үҙ музейы асылды, туҡыусылыҡ буйынса кабинет булдырылды.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто үҙендә тәрбиәләнгән Рәсәй, республика, район конкурстары һәм ярыштары призерҙары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Бөгөн өҫтәмә белем биреү йорто байтаҡ мәғариф учреждениеларының методик базаһы һәм ярҙамсыһы булып тора. Уҡытыусылар үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша, конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнаша, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто Мәсетле районында тыуып үҫкән балалар өсөн талант асыу, илһам һәм сағыу хис-тойғолар урыны булып тора.
Юбилей уңайынан тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Вәлиев, мәғариф бүлеге начальнигы Илдар Ғәлимов, өҫтәмә белем биреү учреждениеһын тамамлаусылар, ветеран-педагогтар һәм башҡалар ҡатнашты. Улар учреждение коллективын, тәрбиәләнеүселәр-ҙе һәм ветерандарҙы иҫтәлекле дата менән ихлас ҡотланы. Кисәлә ҡотлауҙар, ижад һәм илһам йылдары өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Сәхнәгә ветеран-педагогтар сыҡты, улар был учреждениела эшләү йылдарын иҫкә алды, сығарылыш уҡыусылары үҙҙәрен илһамландырған остаздары хаҡында һөйләне, ата-әсәләр һүҙ алды.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң өҫтәмә белем биреү педагогтары Наилә Латиповаға һәм Татьяна Ледянкинаға, Лилиә Мөхтәроваға, Альбина Закироваға, “Тембр” өлгөлө вокаль ансамбле етәксеһе Фәриҙә Ғәйнановаға, шулай уҡ “Аиша” хәйриә йортона Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң Рәхмәт хаттары тапшырылды. Директор-ҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Анзалита Мусинаға Туризм буйынса республика балалар белем биреү үҙәгенең Рәхмәт хаты бирелде. Педагог Зәлифә Ҡәләмова мәғариф хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойошмаһының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Өҫтәмә белем биреү педагогтары Тимофей Баһауетдиновҡа, Фәнгизә Ғариповаға, Ләйсән Ғилметдиноваға өҫтәмә белем биреү өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәт, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү һәм белем биреү эшенә ҙур өлөш индергән өсөн мәғариф бүлегенең Почет грамотаһын тапшырҙылар.
Мәсетле районы хакимиәтенең Почет грамотаһы менән Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры Гүзәлиә Әхмәтханова, педагогтар Фәрдиән Мөхәмәтов, Лилиә Мөхөбуллина, Лилиә Сабирова, Гөлфиә Сафина бүләкләнде.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң ижади берләшмәләре, уҡытыусылар, төрлө йылдарҙа мәктәпте тамамлаусылар, байрам ҡунаҡтары музыкаль бүләк әҙерләгән.
Уҡыу йортоноң тыуған көнө район Мәҙәниәт һарайы фойеһында оҫта-педагогтар ойошторған ҡыҙыҡлы күргәҙмә һәм оҫталыҡ дәрестәре менән дә иҫтә ҡалды. Балалар МХО яугирҙары өсөн паракордтан беләҙек үреү, хаттар яҙыу, һүрәт төшөрөү, шулай уҡ әүәләп һындар яһау, төрлө материалдарҙан мозаика һәм картиналар, роботтар эшләү оҫталығы менән уртаҡлашты. Күргәҙмә өҫтәмә белем биреү учреждениеһы тарихы һәм ҡаҙаныштары хаҡында һөйләй.
Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң юбилейына арналған фотозонаны айырым билдәләп үтергә кәрәк: уның янында төшкән фотолар ошо мөһим ваҡиға хаҡында сағыу иҫтәлек буласаҡ.
Гүзәлиә ӘХМӘТХАНОВА,
Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто директоры.